“Донъя – бишек тирбәткән әсә ҡулында” – Өфөлә үткән V Бөтә Рәсәй әсәләр форумы башынан аҙағына тиклем ошо фекер менән һуғарылғайны. “Әсәй” хәйриә фондтары халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы тәҡдиме буйынса Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Хөкүмәте етәкселегендә ойошторолған был йыйында илдең 44 төбәгенән, шулай уҡ ҡала-райондарыбыҙҙан 550-ләп вәкил – сәйәсмәндәр, ғаилә мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар һәм, әлбиттә, абруйлы гүзәл заттар ҡатнашты.
Тантананы асып, Президентыбыҙ Рөстәм Зәки улы Хәмитов ғәйәт ҙур илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән һоҡланғыс әсәләрҙе сәләмләүе уңайынан шат булыуын белдерҙе. Ул, Башҡортостанда әсәлекте, балалыҡты, ғаиләне яҡлау буйынса өлгәшелгән ҡаҙаныштар хаҡында бәйән итеп, күп балалы ғаиләләрҙең беҙҙә иғтибар үҙәгендә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республикала 34 меңдән ашыу ишле ғаилә йәшәй. Йыл һайын уларға тәғәйенләп 600 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Рәсәй Федерацияһы кимәлендә күрһәтелгән дәүләт ҡурсалауына өҫтәп, бындай ғаиләләр йәнә ундан артыҡ төр пособиеға, башҡа ярҙамға иҫәп тота ала. Күптән түгел ҙур ғаиләләргә, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләүселәргә йорт һалыу өсөн бушлай ер алыу хоҡуғын биргән закон ҡабул ителде.
Саҡ ҡына алғараҡ китеп, тантана аҙағында Иглин районынан ете балалы Максимовтарҙың Президент ҡулынан өс миллион һумдан ҡиммәтерәк суммаға торлаҡ сертификатын алыуын әйтеп үтәйек. Улар – бындай бәхеткә эйә етмеш беренсе ғаилә. Ә Ейәнсура районында йәшәүсе Тимербулатовтар (улар ун бер бала үҫтерә, етәүһе тәрбиәгә алынған) микроавтобус асҡысы алып ҡыуанды. Бөгөнгө көндә туғыҙ һәм унан күберәк бала үҫтереүсе 64 ғаиләгә ГАЗель машиналары тапшырылған.
Проблемаларҙың да етерлек булыуын белдереп, Республика башлығы уларға айырым-айырым туҡталды: “Бөгөн республикала илле меңдән ашыу сабый, урын юҡлыҡтан, баҡсаға йөрөмәй. Тимәк, шунса әсә эшкә сыға алмай. Беҙ алдағы өс йылда баҡсаларҙа егерме биш мең урын булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан программа ҡабул иттек”, – тине Рөстәм Зәки улы. Ул шулай уҡ балаларҙың ялын ойоштороу, уларҙы спортҡа ылыҡтырыуҙың үтә мөһим булыуын билдәләне.
Республика етәксеһе әсәләр сәләмәтлеге хаҡында ла борсолоп һөйләне: “23 мең ҡатын-ҡыҙ санитария-гигиена талаптарына яуап бирмәгән шарттарҙа эшләй. Был әсәләрҙең генә түгел, тыуасаҡ балаларҙың һаулығына ла кире йоғонто яһай. Эшләп йөрөүсе һәр етенсе ҡатын ҡарынындағы бәпесен юғалта, йөҙ әсәнең ун бише ауыр сирле бала таба. Был мәсьәләләр кисекмәҫтән хәл итеүҙе көтә”, – тине ул.
Гүзәл заттарҙың 20 процентының әсә булыу бәхетенән мәхрүмлеге лә бик хафаландыра. Ике мең пар бала һөйөү шатлығын татыу өсөн экстракорпораль аталандырыу процедураһына сиратта тора. Быйыл уларға ярҙам йөҙөнән был ҡиммәтле процедураны үткәреүгә республика бюджетынан ун ике миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, киләһе йылда был сумма икеләтә артасаҡ тип көтөлә.
Шулай уҡ яҡлауға бөтәһенән дә нығыраҡ мохтаж инвалид балаларға, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм социаль етемдәргә лә иғтибарҙы арттырыу талап ителә. Уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыуҙы дәртләндереү маҡсатында республикала бындай ғаиләләргә әсәлек капиталы күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләүҙе күҙҙә тотҡан закон ҡабул ителде. Быйыл ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 300 баланы торлаҡ менән тәьмин итеү ҡаралғайны, өҫтәмә мөмкинлектәр табып, 300 түгел, 600 етемде фатирлы итеү республика етәкселегенә үҙе бер мәртәбә түгелме ни?!
Бер һүҙ менән әйткәндә, Башҡортостанда әсәлекте, балалыҡты, ғаиләне яҡлау дәүләт сәйәсәтенең мөһим өлөшө булып тора.
Форумда иҫ киткес йылы, шул уҡ ваҡытта ифрат эшлекле мөхит тантана итте. Уның эшендә ҡайһы бер өлкәләр башлыҡтарының ҡатындары ҡатнашыуы – Рәсәйҙә ғаилә институтын нығытыуға ысын-ысындан иғтибар бирелә башлауына дәлил. Башҡортостан Республикаһы Президентының тормош юлдашы Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы Хәмитова, йыйындың төп йүнәлештәрен билдәләп, уның файҙалы һәм юғары кимәлдә үтеүенә ҙур булышлыҡ күрһәтте. Ул “Мәрхәмәт” хәйриә-мәғариф фондының попечителдәр советын етәкләүе менән дә республикала балалыҡты яҡлаусы, күп изге башланғыстарға нигеҙ һалыусы шәхес булараҡ танылыу яулай бара.
Киләсәк – әсәләр ҡулында
Йыйындағы сығыштар статистика мәғлүмәттәренә, рәсми һандарға ғына ҡоролмайынса, күңел кисерештәре менән дә һуғарылғайны. Сөнки күтәрелгән бөтә проблемалар уларҙы йөрәге аша үткәргән ҡатын-ҡыҙ ҡарашынан сығып баһаланды. Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының социаль мәсьәләләр һәм демография сәйәсәте комиссияһы рәйесе, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм демография сәйәсәте буйынса комиссия ағзаһы Елена Николаеваның телмәрендәге фекерҙәр һәр әсәнең уйҙарына ауаздаш булып яңғырағандыр.
– Ғаилә менән дәүләт милли бурыстарҙы хәл итеүҙә партнерҙар булғанда ғына демография сәйәсәте алға китәсәк, – тине ул. Елена Леонидовнаның ялҡынлы сығышында, үҙе белдереүенсә, РФ Йәмәғәт палатаһының, РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының, ҙур йәмәғәт ойошмаларының, ғаилә мәсьәләләренә битараф булмаған күп кешеләрҙең берҙәм хеҙмәте сағылыш тапҡан.
Ул килтергән һандар һәммәһен дә һиҫкәнергә мәжбүр итте: бөгөн бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең өстән бер өлөшө, йән башына йәшәү минимумынан түбән табыш алып, осон осҡа ялғап ғүмер итергә мәжбүр. Ике балалы ғаиләләрҙең яртыһы, өс балалыларҙың өстән ике өлөшө ярлылыҡта йәшәй. Ә һәр бишенсе бала насар торлаҡ шарттарында көн итә. Күп ата-әсәләр, тулы көн эшләп тә, ғаиләһенә лайыҡлы тормош тәьмин итә алмай. Һуңғы осорҙа фәҡирерәк йәшәүсе ата-әсәнән баланы тартып алыу хәлдәре осрай башланы. Ундай мәғлүмәттәрҙән һуң эҙмә-эҙлекле, төплө ғаилә сәйәсәтенең ни тиклем кәрәк булыуын иҫбатлап тороу артыҡ.
Ул шулай уҡ әсәлек капиталын файҙаланыуҙың мөмкинлектәрен киңәйтеү мөһимлегенә лә туҡталды. Бәлки, ғаиләләргә ул аҡсаны һаҡларға ғына түгел, арттырырға ла булышлыҡ итергә кәрәктер? Игеҙәктәр тыуғанда, аҡсаның бер бала өсөн генә бирелеүе лә күптәрҙе аптырашта ҡалдыра. Ҡыҫҡаһы, әсәлек капиталын түләүҙе ныҡлы камиллаштырыу талап ителә.
Киләсәк – әсәләр ҡулында
Күп балалы ғаиләләр хаҡында федераль закон ҡабул итеү зарурлығына баҫым яһап, ул, ишле ғаилә – фәҡирлеккә илтеүсе юл түгел, ә урта синыф нигеҙе булырға тейеш, тине. Был иһә бөгөн күмәк бала табырға йөрьәт итеүҙең фиҙакәрлек булыуын дәүләт танығанда ғына мөмкин. Өйҙә өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ата-әсәнең береһенә социаль хеҙмәткәр булараҡ эш хаҡы түләү, юғары, махсус урта уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә уларҙың балаларына бюджет урындары бүлеү, мәктәпкә әҙерләгәндә, һәр уҡыусыны күҙҙә тотоп, аҡсалата ярҙам күрһәтеү мотлаҡ, тине ул.
Елена Леонидовна балаларҙың 30 проценты тулы булмаған ғаиләләрҙә үҫеүен һәм илдә уларға алимент буйынса бурыстың ун миллиард һумға етеүен билдәләне. “Шул балаларҙы яҡлау өсөн бөгөн дәүләт алимент фонды булдырыу зарур”, – тигән тәҡдиме ҙур хуплау менән ҡаршы алынды. Эйе, сабыйы менән аҡсаһыҙ ултырыусы йәш әсәне дәүләт яҡламай, кем яҡлаһын? Фонд эше, алимент күсереүҙән ситләшеүсе атайҙың бурысын түләп, аҙаҡ был аҡсаны унан ҡайтарып алыуҙан торорға тейеш. Ундай фондтар бала мәнфәғәте ҡайғыртылған байтаҡ илдәрҙә уңышлы эшләп килә.
Киләсәк – әсәләр ҡулында
Артабан йыйын эше “Йәш ғаилә – Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе”, “Тәрбиәгә алған ғаилә – йылы йорт”, “Эшләүсе әсәләрҙе социаль яҡлау”, “Әсә һәм бала һаулығын нығытыуҙа яңы технологиялар”, “Ауыр тормош хәлендәге ғаиләләр менән эшләүҙә ведомство-ара бәйләнеш” тигән түңәрәк өҫтәлдәр артында дауам итте.
“Ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу” тип аталған түңәрәк өҫтәлде Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова алып барҙы. Йәнле фекер алышыу барышында һуңғы йылдарҙа ғаиләне ҡурсалау буйынса федераль кимәлдә лә, төбәктәрҙә лә ҙур эштәр башҡарылыуы билдәләнде. Әммә был тәңгәлдәге закондарҙы камиллаштырыу, тәрәнәйтеү кәрәклеге көн кеүек асыҡ.
Түңәрәк өҫтәлдә бөтә Рәсәй Федерацияһы территорияһында ғаиләне яҡлауҙың берҙәм социаль стандарттарын индереү тураһында етди һүҙ булды. Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр алған ярҙам төбәктең иҡтисади мөмкинлегенә генә бәйле булырға тейеш түгел, был үҙе үк ғәҙелһеҙлек тыуҙыра, балалар, ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, барыһы ла тиң, тип белдерелде.
Киләсәк – әсәләр ҡулында
Хеҙмәт пенсиялары тураһындағы Федераль Законды яңынан ҡарап, өс һәм унан күберәк бала үҫтергән әсәләргә, ун биш йыл дөйөм стажы булғанда, илле йәштән пенсияға сығыу хоҡуғын биреү, ә биш балалы әсәләрҙең бала бағыу осорон эш стажы тип таныу зарур, тине әңгәмәлә ҡатнашыусылар. Илдең Ғаилә кодексына өҫтәмәләр индереп, күп балалы ғаилә статусын билдәләргә лә кәрәк. Юғиһә бер төбәктә өс балалы ғаилә ишле тип һаналһа, икенсеһендә – биш бала үҫтереүселәр. Сабыйын ҡарау буйынса әсәгә айлыҡ пособие түләү осорон йәш ярымдан өс йәшкә тиклем арттырыу, шулай уҡ бала пособиеһын йәшәү минимумынан кәм булмаған кимәлдә билдәләү мотлаҡ. Ата-әсә айырылышҡан хәлдә бала мәнфәғәтен яҡлау ҙа хоҡуҡи яҡтан нығытылырға тейеш. Телгә алынған мөһим тәҡдимдәр тормошҡа ашыр, киләсәктә әсәлекте яҡлар, тип ышанғы килә.
Уртаға һалып тикшерелгән бөтә был фекерҙәр форум ҡарарҙары нигеҙенә ятты, улар закондар итеп сығарыу өсөн Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына тәҡдим ителәсәк.
… Форум тамам. Ҡунаҡтар республикабыҙ ҡунаҡсыллығына хайран булып таралышты. Йыйын барыһынан бигерәк уларҙың иҫендә ойоштороу кимәленең юғарылығы менән ҡалғандыр. Ошо рәүешле сараларҙа ҡат-ҡат тикшерелеп килгән мәсьәләләр тап беҙҙә, Башҡортостанда, ҡәтғи, аныҡ төҫ алып, ил киләсәген ҡайғыртыусы әсәләр талабы булып яңғыраны. Сығыштарҙы тыңлағанда, күптәрҙең күҙендә йәш тамсыһы күренде – улар, берҙән, тәрән ихласлыҡтан тәьҫирләнһә, икенсе яҡтан, проблемаларҙың ҡайһыһын алһаң да, туранан-тура әсәләргә ҡағыла бит.
Киләсәк – әсәләр ҡулында
Ҡорҙа ҡатнашыусылар Башҡортостандың ғаиләне яҡлау буйынса тотороҡло сәйәсәтен юғары баһаланы, күп балалы ғаиләләргә ярҙам буйынса ҡабатланмаҫ тәжрибәне, шулай уҡ бәпес көткән әсәләрҙең һаулығын алдынғы технология – интернет-система ярҙамында күҙәтеүҙе бөтә илдә таратыу кәрәклегенә баҫым яһаны. Ҡунаҡтарҙа ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү, барыр ере булмаған, яҙмыштарының иң ҡатмарлы осорон кисереүсе әсәләрҙе һыйындырған “Изгелек” үҙәге эше лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Йыйын йомғаҡтары буйынса илдә ғаилә сәйәсәтен бойомға ашырыу өсөн яуаплы федераль орган – Ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ эштәре буйынса хеҙмәт ойоштороу бурысы ҡуйылды.
“Әсәһе яратҡан баланың ғына хыялдары тормошҡа аша. Ғаиләнең, әсәнең абруйын күтәрмәй тороп, әллә күпме миллиард һумдар һалыу ҙа һөҙөмтә бирмәйәсәк” – ул көндә яңғыраған ошо һүҙҙәр шаңдау булып юғары тарафҡа барып етер һәм бишек тирбәтеүсе әсә өмөттәре аҡланыр, тип ышанабыҙ. Сөнки ул тирбәткән бишектә – илебеҙ киләсәге.
Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ,
Альберт ЗАЋИРОВ фотолары.