1 Star2 Stars3 Stars4 Stars5 Stars (10 votes, average: 3,00 out of 5)
Loading...Loading...

Атай-әсәйҙәргә балаһының интернетҡа бәйлелеге барлыҡҡа килеүен нисек булдырмаҫҡа, тиһегеҙме? Бының өсөн бер нисә кәңәште үтәү мөһим.

1. Балағыҙ менән йыш аралашығыҙ. Ата-әсә иғтибарынан мәхрүм булмағандар үҙ-үҙен яңғыҙ тоймай, йыуанысты ла интернетта эҙләмәй.
2. Дәрестән һуң ваҡытын буш­ҡа уҙғармаһын өсөн ниндәйҙер секция-түңәрәккә яҙҙырығыҙ. Компьютер артында ултырғансы,  файҙалы шөғөл менән мәшғүл булһын. Шуныһы мәғлүм, спорт йәки сәнғәт менән шөғөлләнгән балаларҙың 90 процентының компьютер уйындарына ваҡыты ҡалмай.
3. Компьютер уйындары менән мауыҡҡанға асыуланмағыҙ, әрләмәгеҙ. Барыһын да яҡшылап аңлатырға тырышығыҙ.
4. Ысын дуҫтары, атай-әсәйе, уҡыуы барлығын баланың хәтеренә төшөрөп тороғоҙ. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың 80 проценты, ысын тормошта аралашыу етешмәгәнлектән, компьютер уйындары, интернетҡа әүрәй.
5. Ул-ҡыҙҙарығыҙ үҙен ышаныслы, ауыр саҡта ярҙамға килер кешеләре барлығын тойһон өсөн, һөйөү һәм хәстәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ.