1 октябрҙән республикабыҙ район-ҡалаларында «комендант сәғәте» киске 10-дан иртәнге 6-ға тиклем шул. Был мәлдә 17 йәше тулмаған балаларға ата-әсәһеҙ йәмәғәт урындарында йөрөү тыйыла. Ҡанунды боҙғандарға 500 һумдан 1 меңгә тиклем штраф та ҡаралған. Был хәл тағы ла ҡабатланһа, түләү 2 мең һумға тиклем арта.
Әлеге «комендант сәғәте» октябрҙән алып апрелгә тиклем үҙ ғәмәлендә ҡала. Ә май айынан алып сентябргә тиклем балаларға төнгө сәғәт 12-нән иртәнге 6-ға тиклем урамда йөрөү тыйыла.