Мостай Кәрим исемендәге кабинет- музей-гимназиям ғорурлығы.
Мин Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында белем алам.Гимназиям Өфө ҡалаһының матур төбәгендә, Көньяҡ микрорайонында урынлашҡан.Яңы төҙөлгән йорттар, төҙөк урамдар, хеҙмәтсән халҡы был төбәкте тағы ла йәмләй.Ә гимназиям тау башында балҡып тора, көн дә мине ҡолас йәйеп ҡаршы ала.Бөйөк композитор Заһир Исмәғилев урамында урынлашыу уға тағы ла бәҫ өҫтәй.Белем усағыма еткән саҡта аҡһаҡалыбыҙ Мостай олатай беҙҙе үҙе ҡаршылай.Бына ул балалар араһынан миңә йылмайып тора, белем тауына үрләгәндә уңыштар теләй кеүек. Көн дә фотолағы Мостай Кәримде сәләмләп, рухына тап төшөрмәйәсәгебеҙҙе ҡабатлап, гимназияма үтәм.
Уҡыусылар рәхәтләнеп белем алған гимназиям Мостай Кәрим иҫтәлегенә 2006 йылда асыла.Бөйөк шағирыбыҙ вафат булғас, уның иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһындағы Указға Башҡорт остандың президенты Мортаза Рәхимов ҡул ҡуя.2007-2008 уҡыу йылында Өфө ҡалаһы хакимиәте, Киров районы хакимиәте , гимназия коллективы, Әлфиә һәм Илгиз Кәримовтар ярҙамы менән мәктәбебеҙҙең бер кабинетында музей ойошторола.Әҙиптең шәхси әйберҙәре, китаптары, фотолары тупланып, кабинет- музей 2007 йылдың 19 октябрендә үҙ ишектәрен аса.
Кабинет- музейҙа белем алған уҡыусылар, әлбиттә, шағирҙың ижадын, тормош юлын төплө өйрәнәләр.Ысынын ғына әйткәндә, был уларҙың яратҡан урыны.Гимназистар, уҡытыусылар музейҙы тулыландырыу өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләйҙәр.Кабинетҡа килеп инеү менән күңелде ниндәйҙер йылылыҡ сорнап ала.Халыҡ шағирының фотолары, шәхси әйберҙәре һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Беренсе стендта Мостафа Сафичтың тормош юлы, ижадының мөһим даталары күрһәтелгән.Шәжәрәһе тулы, бай Мостай олатайҙың.Нәҫел-нәсебеңде белеү- үҙе бер ғорурлыҡтыр, тип иҫәпләйем.Ағастың да тамырҙары тәрән булған һайын, үҙе мәғрүр, юғары була шул.
Киләһе стенд “Оҙон- оҙаҡ бала саҡ” тип атала.Һәр кемдең күңелендә бала сағы онотолмаҫ бер мәл булып уйылып ҡала.Мостай Кәримдең бала сағы тураһында уның билдәле әҫәре “Оҙон- оҙаҡ бала саҡ” тип исемләнә.Әҙиптең : “Бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ булһа ла беҙҙең бала сағыбыҙ оҙон- оҙаҡ йылдар буйынса артыбыҙҙан эйәреп килә.Дөрөҫөрәге, беҙҙең күңелебеҙҙән китмәй”,- тип яҙған юлдары бар.Стендтағы фотоларҙан бәләкәй Мостафаны күҙ алдына килтереп була.
“Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” тигән исемле стендта фронтовик Мостай Кәрим дең һуғыш йылдарындағы тормошо һәм ижады яҡтыртыла.Һуғыш башланыу менән әрме сафына алынған Мостафа Сафа улы, яу яланын үтеп, Еңеүҙе яҡынайта.Ул, ҡыҫҡа сроклы хәрби курстарҙа уҡығас,элемтә бүлеге һәм артиллерия дивизионы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә.Фронтта яраланғас, госпиталдә ятыпсыға.Һауығып сыҡҡас, хәрби журналист булып фронт газеталарында эшләй.Украинаны, Румынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеүҙә ҡатнаша.Ул Еңеү көнөн Вена ҡалаһында ҡаршылай.Ана, күпме ордендар, миҙалдар Мостафа Сафа улының күкрәген биҙәй. Батырлығы шулай баһалана арыҫландың.Ошо экспозицияла әҙиптең комсомол билетының күсермәһе лә бар.Рурҙа ҡойолған дошман пуляһы комсомол билетын үтә сығып, йөрәк пәрҙәһе тапҡырында туҡтай. “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғыры би герәк тә минең күңелемдең нескә ҡылдарын сиртә, ә етмеш йыл элек яҙылған ”Украина” шиғыры әлеге ваҡытта булған һуғыштың афәтен иҫкәртә һымаҡ, тыныслыҡ ораны булып яңғырай. Мин яратып һөйләгән “Билдәһеҙ һалдат” шиғыры һуғышта ҡорбан булған һалдаттар иҫтәлегенә яҙылған.
“Ҙур хеҙмәткә- ҙур хөрмәт” тип аталған стендта шағирыбыҙға хөкүмәт тарафынан тапшырылған наградаларына арнала.
Мостай Кәрим- дуҫлыҡ йырсыһы .”Дуҫлыҡ күперҙәре” тип аталған стендта төрлө ил халыҡтары менән аралашып йәшәүен иҫбатлаусы фотографиялар урынлаштырылған.Үҙ илен яратҡан, халҡын данлаған Мостай олатайҙы күп илдәрҙә хөрмәт итәләр.
Олуғ остазға әйләнгән аҡһаҡалыбыҙҙың ижады күптәрҙе әсир итә.Төрлө жанрҙарҙа ижад итеүсе Мостай Кәрим башҡорт әҙәбиәтенә ифрат ҙур өлөш индергән.Драматург, шағир, яҙыусы Мостай олатай менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!Һәр кем уның әҫәрҙәрен уҡып, әле лә үҙен борсоған һорауҙарға яуап таба.Бөтә донъяға билдәле һәм туған халҡыңдың ғорурлығы булыу — оло бәхет.Шул уҡ ваҡытта был яуаплы бурыстыр ҙа, минеңсә. Мин “Олуғ остаз” стендына ҡарап, ошоларҙы күҙ алдынан үткәрҙем.
“Кешеләрҙең күҙҙәренә ҡарап…” стенды эргәһендә уйланып торам.Әҙип күпме китап уҡыусылар менән осрашҡан!Алсаҡ лығы, ихласлығы йөҙөнә сыҡҡан.Бер ҙә унда маһайыу юҡ.Фотоһүрәттәргә ҡарап та кешенең ниндәй икәнен әйтеп була.
“Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо” исемле стенд та миңә бик оҡшаны.Башҡортостанын шағир нисек ярата!Ватанына тоғро аҫыл ир- уҙаманы һөйөүен шиғырҙарында ихлас яҡтырта.Шул илһөйәрлек тойғоһо ғүмер буйына дауам итә..Мостай Кәрим тыуған ерен һаҡлап, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.Батырлыҡ, фиҙакәрлек, тоғролоҡ, намыҫлылыҡ- быларҙың бөтәһе лә Мостай олатайға хас.Портретына ҡарап та ошоларҙы тойомлап була.
“Күкрәгемдән ҡоштар осорам” стенды Мостафа Сафичты күп яҡлы талант эйәһе икәнен иҫбатлай.Шиғыр һәм поэмаларының, хикәйә һәм повестарының , сәхнә әҫәрҙәренең исемдәре был стендта яҙып ҡуйылған.
“Беҙҙең өйҙөң йәме” стенды иһә гимназияла сығып килгән ошо исемле газета һандары менән тулыландырыла, һәр ваҡыт алмаштырылып торола.Уҡыусылар газетала ижади эштәрен баҫтыралар, гимназия тормошон яҡтырталар.
Кабинет- музейҙа Мостай Кәримдең баҫыу машинкаһы,уҡыусылар тарафынан сигеп эшләнгән портреты, яҙыу- һыҙыу әйберҙәре, “Айгөл иле “ драмаһы буйынса 1968 йылғы брошюра – ҡәҙерле экспонат.
Гимназияға йыш ҡына сит ил ҡунаҡтары, яҙыусылар, шағирҙар , Мостай Кәримдең туғандары һәм ҡәләмдәш дуҫтары килә . Иң беренсе сиратта гимназия менән таныштырыу экскурсияһын кабинет- музейҙан башлайбыҙ.Мостай Кәрим исемендәге кабинет- музей – гимназиябыҙ ғорурлығы. Мин ошо уҡыу йортонда белем алыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Киләсәктә лә Мостай рухы күңелемдән китмәҫ , һүнмәҫ маяҡ булып тормош юлымды яҡтыртып торор.
Эштең авторы: Игликова Аида,
Өфө ҡалаһы Мостай Кәрим исемендәге
158-cеБашҡорт гимназияһының уҡыусыһы
Етәксеһе: Игликова Айгөл Иршат ҡыҙы,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

