Ай, Уралым, Уралым,

Күгәреп ятҡан Уралым!
Нурға сумған түбәһе,
Күккә ашҡан Уралым
Һине маҡтай йырҙарым,
Һине данлай йырҙарым.
Төнөн күккә ай ҡалҡһа,
Көмөштәй балҡый Уралтау,
Көндөҙ күккә көн ҡалҡһа,
Алтындай балҡый Уралтау.
Биттәреңдә, Уралтау,
Ҡамыштай ҡарағай урманың,
Итәгеңдә, Уралтау,
Балаҫтай болон – ҡырҙарың.
Күҙҙең яуын алалар
Аҡ, һары, ал сәскәләр.
Сәскәләр менән һандуғас
Тәңрегә тәсбих әйтәләр.
Ҡыҙарып ҡалҡҡан ҡояшты
Һайрап ҡаршылай ҡоштарың,
Тонйорап батҡан ҡояшты
Һайрап оҙата ҡоштарың.
Ай, Уралым, Уралым.
Һылыу ҙа һылыу Уралым!
Һүҙем бөтһә лә телемдә,
Йырым бөтмәне, Уралым!
Маҡтап ҡурай уйнаһам,
Бөтмәй ҙә торған көй булыр.
Данлап йырым йырлаһам,
Бөтмәй ҙә торған  йыр булыр.

 

Аудиозапись: Adobe Flash Player (версия 9 или выше) требуется для воспроизведения этой аудиозаписи. Скачать последнюю версию здесь. К тому же, в Вашем браузере должен быть включен JavaScript.

Салауат Юлаев һүҙҙәре, халыҡ йыры (башҡ.Марсель Ҡотоев)

 

Салауат Юлаев — дәрескә презентация

Сабып сығып сал быуаттар аша,
Сапсындырып суйын саптарын,
Оран һалып илгә, һай, Салауат,
Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.
Ҡушымта:
Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото,
Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙең уты,
Ай-һай, Салауат — башҡортомдоң ҡаны,
Ай-һай, Салауат, уҙ халҡымдың даны.Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,
Сүкмәгәндәй ергә Уралтау,
Салауаттың йыры илдә тынмаҫ,
Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау.Ҡушымта.Сит ил дошмандары хөр халкымдың

Юлдарына күпме таш өймәҫ.

Батшаларға башын эймәгәндә,
Сит-яттарға башҡорт баш эймәҫ.

Ҡушымта.

 

 

Салауат Юлаевтың тормошо һәм яҙмышы хаҡындағы документтарҙың һәм шиғри әҫәрҙәренең бик аҙ өлөшө генә һаҡланған.

Салауат 1754 йылда Себер даруғаһының Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуған. Тикшереү ваҡытында Салауат үҙен Өфө өйәҙенең Тәкә ауылында тыуған, ә Юлай ауылында йәшәгән тип күрһәтә. Тарихсылар билдәләүенсә, Салауаттың атаһы Юлай Аҙналинды ябай общинниктар иҫәбенә мал йыйған бай старшиналарға индереп булмай. Ул башҡорттарҙы аҫаба ерҙәрен һатыуға өндәгән, үҙҙәре өсөн файҙалы шарттарҙа тимер юл заводтары төҙөү өсөн ер һатып алыу йәки ҡуртымға алыу тураһындағы закондарҙы аңлы рәүештә боҙған губерна хакимиәте вәкилдәренә ҡаршы көрәшкән.

Салауат Юлаев 1773-1775 йылғы крәҫтиәндәр һуғышы башланғандан алып баш күтәргән бөтә  Башҡортостан башында тора. Уны батша властары 1774 йылдың 24 ноябрендә ҡулға ала, ә атаһы  Юлай Аҙналинды унан да алда әсиргә алған булалар.

Бығау һалып, улар Мәскәүгә оҙатыла. Юлай Аҙналин бик һәләтле, бай, аҡыллы һәм абруйлы кеше  була. Башҡорттар уны бик ихтирам итә һәм улус старшинаһы итеп һайлай. Урындағы властар ҙа  старшинаға ышаныс һәм хөрмәт менән ҡарай.

1768 йылда Ырымбур губернаторы кенәз Путятин үҙе Юлайҙы башҡорт командаһы старшинаһы итеп тәғәйенләй. Ләкин тиҙҙән сауҙагәр Твердышев Юлай Аҙналин биләмәһендәге ерҙәрҙе Сим заводына тартып ала. Башҡорт ерҙәре бөлгөнлөккә төшә, шуға күрә лә Юлай Аҙналин менән уның ун туғыҙ йәшлек улы Салауат Емельян Пугачев етәкселегендәге хәрәкәткә ҡушыла.

Салауатты тотҡандан һуң ун ай үткәс, 1775 йылдың сентябрендә, атаһы менән бергә язаға тарттырыла. Бөтә халыҡ алдында икеһен дә 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтыралар. Бер айҙан һуң танау япраҡтарын өҙөп алалар, маңлайҙарына һәм йөҙҙәренә келәймә баҫтыралар. 1775 йылдың 2 октябрендә ҡул-аяҡтары бығауланған Салауат менән Юлай һаҡ аҫтында Рогервик ҡәлғәһенә (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһы) мәңгелек каторгаға оҙатыла.

Балтика порты Рогервикка Петр I тарафынан нигеҙ һалына. Әммә башҡорт ихтилалында ҡатнашыусыларҙы Рогервикка килтергәндә ҡәлғә ташландыҡ хәлдә була. Унда ҙур булмаған бер гарнизон һәм аҙ ғына әсирҙәр ҡалған була. Салауат менән Юлай бында үҙ көрәштәштәрен: Пугачев полковнигы И.С. Аристовты, полковник Ҡәнзәфәр Усаевты һәм башҡаларҙы осрата. Салауат Юлаев менән атаһы ҡалған ғүмерен ошонда үткәрә.

Тәхеткә Павел Беренсе күтәрелгәс, ҡәлғә коменданты Лангель ҡалған пугачевсыларҙы Таганрогка йәки Иркутскиға буҫтау фабрикаһына күсереүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Әммә Сенат, уларҙың ҡасыуынан ҡурҡып, рөхсәт бирмәй. 1775 йылдың 17 мартында императрица Екатерина II-нең махсус манифесы индерелә. Уға ярашлы, Пугачев бунтында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ғүмерлек һөргөнгә ебәрелергә, ә исемдәре мәңгегә онотолорға, телгә алынмаҫҡа тейеш була. Ошо манифест буйынса властар урындарҙа баш күтәреүселәрҙең исемдәрен телгә алыусыларҙы аяуһыҙ эҙәрлекләй.

Салауат һөргөндә 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат була.

… Салауатты бөгөн дә хөрмәтләп иҫкә алалар. Башҡортостанда район, ҡала, урамдар, мәҙәни-ағартыу учреждениелары, спорт коллективтары уның исеме менән аталған. Салауат районының Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы һәм Әлкә ауылында музейҙың бүлеге асылған. 1967 йылда уҡ әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге иң яҡшы ижад эше өсөн Салауат Юлаев исемендәге БАССР премияһы (1992 йылдан – Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы) булдырылды.

Салауат Юлаев шиғырҙары (башҡорт телендә)

Салауат (рус телендә)

Ҡыҫҡаса биографияһы

 

САЛАУАТ ЮЛАЕВ ҺӘЙКӘЛЕ

Салауат Юлаев һәйкәле

Салауат Юлаев һәйкәле

1967 йылдың 17 ноябрендә Өфөлә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыла, уны Петербург художество академияһында тәрбиәләнеүсе Төньяҡ Осетия скульпторы Сосланбек Дафаевич Тавасиев ижад итә. Сосланбек Тавасиев беренсе тапҡыр милли батыр тураһында 1941 йылда Башҡортостандың Стәрлебаш районында ишетә һәм Салауат Юлаев тураһында бар мәғлүмәттәр йыя, фольклор һәм архив материалдарын өйрәнеп, батыр образын һынландырыу өҫтөндә эшләй башлай. Был эш егерме йылға яҡын һуҙыла. Һөҙөмтәлә Башҡорт халҡына аңлайышлы һәм кәрәкле, баш ҡалабыҙҙың биҙәге булып торған мөһабәт һәйкәл ҡойола.
Тавасиев үҙ уйын тормошҡа ашырыу өсөн скульптураның иң ауыр төрөн – ат монументын һайлай. Салауат үрәпсеп торған атта һыбайлы итеп һынландырылған, һыбайлының көслө ҡулдары теҙгенен ныҡ тартып, уны текә йылға яры буйында туҡтатҡан. Был скульптура илебеҙҙәге иң ҙур ат статуяһы. Һәйкәлдең бейеклеге 9,8 метр, ауырлығы – 40 тонна.
Сосланбек Тавасиев үҙенең ижад емеше тураһында бына нимәләр һөйләгән: “Һәйкәл өҫтөндә эшләүгә мин 30 йылға яҡын ғүмеремде арнаным. Салауат һәйкәле минең өсөн Бетховен өсөн «Аппассионата» кеүек булды. Миҫалды юҡҡа ғына музыка өлкәһенән алмайым. Мин һәйкәлемдең героик музыка – халыҡ бәхете өсөн көрәш музыкаһы булып “яңғырауын” теләнем”. ХХ быуатта йәшәгән милләте буйынса алан скульпторҙың һәм XVIII быуатта төрлө милләт халыҡтарын үҙ азатлыҡ һәм тигеҙлек байрағы аҫтына берләштергән башҡорт Салауат Юлаевтың берләшеүе тәрән символик һәм үрнәк булырлыҡ. Сосланбек Тавасиевтың ижады – Салауат Юлаев һәйкәле – башҡорт халҡының көслө рухын һәм батырлығын һынландырыу ғына түгел, ә Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек символы ла булып тора. Шуға күрә был һәйкәл республикабыҙҙың визит карточкаһы ғына түгел, шулай уҡ беҙҙең милли ҡаҙанышыбыҙ ҙа, ә мәңге йәш Салауат Юлаев һәйкәле һүрәте Башҡортостан Республикаһы гербында үҙәк элемент итеп алынды.
1975 йылдың 8 ноябрендә КПСС Үҙәк Комитетының һәм СССР Министрҙар Советының совет скульпторы, Төньяҡ Осетия АССР-ның халыҡ рәссамы, Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы Сосланбек Дафаевич Тавасиевҡа Салауат Юлаев һәйкәлен ижад иткән өсөн СССР Дәүләт премияһын биреү тураһында ҡарары сыға. Һуңыраҡ Тавасиев Художество академияһының алтын миҙалына лайыҡ була.