Лариса Абдуллина шиғыр яҙырға өйрәтә

Мин — сәскә, үҙемсә

Һағышым, ғәмем бар.

Тоямын барын да.

Минең дә йәмем бар.

Өҙмәгеҙ!

Аҙ ғына булһа ла,

Минең дә йәшәгем 

Килә бит донъяла!

(Абдулхаҡ Игебаев. Мин — сәскә)

Мин — тамсы

Мин — ҡар бөртөгө

Мин — болот

Мин — боҙбармаҡ

 

Ҡобайыр яҙыу ҡалыптары

* Ил тигәндең кеме юҡ?

* Кемеһе илдең ҡото,

  Кемеһе тиҙәк ҡорто?

* Башҡорттоң кемен маҡтайһың,

   Башҡорттоң кемен хурлайһың?

* Сәсән күрке һүҙ булыр.

* Батыр яуҙа һыналыр, сәсән дауҙа һыналыр.