Башҡортостандың Салауат районында Йүрүҙән йылғаһына һыйынып ҡына тәбиғәттең тылсымлы көсөнә эйә шифалы Янғантау урынлашҡан. Был беҙҙең планетала ер аҫтынан  бер туҡтауһыҙ ҙур күләмдә йылылыҡ, эҫе пар, газ сығып торған берҙән-бер урын. Тауҙың сере ике йөҙ йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итеп тора, ләкин әлегә тиклем асылғаны юҡ.

Геологтар һәм геоморфологтар Янғантауҙа оҙайлы тикшергәндән һуң ер ҡуйынында окисланыу һәм тулыланыу реакциялары һөҙөмтәһендә күпләп йылылыҡ энергияһы туплана, тип һығымта яһағандар.

Шулай итеп, элек-электән ревматизм һәм башҡа быуын ауырыуҙары менән яфаланған кешеләр бында дауаланған. Әлеге көндә Янғантауҙа данлыҡлы шифахана асылған. Тау янында химик элементтарға бай минераль сығанаҡтар күп, уның көнсығыш битләүендә көкөртлө шишмәләр сылтырап аҡһа, көньяғында шифалы Ҡорғаҙаҡ урғыла.