Рәшит ШӘКҮР, шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы  лауреаты, профессор: Толерантлыҡ – ул нигеҙҙә күп милләтле халыҡтар йәшәгән илдәр өсөн айырыуса мөһим шарт, тип ҡарарға кәрәк. Беҙҙең башҡорт халҡы элек-электән күршеһенә хөрмәт менән ҡараған, кешегә зыян итмәгән.……

Гүзәл СИТДИҠОВА, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре: Ошо арала Толерантлыҡ көнө билдәләнде бит. Толерантлыҡ, тигәс, үткән быуаттың етмешенсе йылдарында Үзбәкстанда совет власы көнө үткәргәндәр, тигән анекдот иҫкә төштө. Толерантлыҡ бер көн генә булмаһын инде ул, гел булһын. Хәйер, совет осоронда беҙҙе милләттәр араһында дуҫлыҡ, туғанлыҡ тигән өндәүҙәр менән тәрбиәләнеләр.….

Фәрғәт МӘРҘӘНШИН, уҡытыусы: Интернеттан Рәсәй ғалимдарының “толерантлыҡ” һүҙенең мәғәнәһе хаҡында   бәхәсләшеүҙәрен уҡырға тура килде, һәм миңә был мәсьәләгә мөнәсәбәттең бер төрлө генә булмауы аңлашылды. Тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған был төшөнсәне төрлөсә тылҡыусылар бар икән. Ысынлап та, мин үҙем дә ошо хаҡта уйланып, баш ватып йөрөй инем. “Толерантлыҡ” һүҙенең “түҙеү”, “түҙемлек күрһәтеү” (терпимость) тигән тәржемәһе яманлыҡ ҡылыу, хаяһыҙлыҡ, эгоизм кеүек….

 «Киске Өфө» гәзитенең блогы