Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең 95 йыллығына «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы үҙенсәлекле баҫма әҙерләне. Бында башҡорт һәм рус телендә «Мостай Кәрим афоризмдары — Афоризмы Мустая Карима» афоризмдар йыйынтығы сыҡты, төҙөүсеһе – Факил Мырҙаҡаев.

Баҫмала мәңгелек йәшәйеш мәсьәләләре, кешелектең әхлаҡи-эстетик ориентирҙары тураһында Мостай Кәримдең фәлсәфәүи уйланыуҙары тәҡдим ителгән. Был фекерҙәрҙең ҡиммәте һәм тартып тороусанлығы – уларҙың йәшәү көсөндә, ҡабатланмаҫ булыуында, эскерһеҙлегендә. Мостай Кәримдең әҫәрҙәренән һәм көндәлектәренән алынған афоризмдар бөртөктәре – ул тәрән аҡыллылыҡ сығанағы, үҙенсәлекле юл күрһәтеүсе йондоҙ, өлкәндәр өсөн һәм йәш быуын вәкилдәре өсөн дә тормош дәреслеге.

Читать полностью: http://www.bashinform.ru/