Өфөнөң «Инеш» нәшриәтендә йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» (рус теленә Гөлфирә Ғәскәрованың тәржемәһе) китабы донъя күрҙе. Былтыр «Ҡалдырма, әсәй!» китабы Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә башҡорт телендә баҫылып сыға. Бөтә тираждың ай эсендә таралыуы сәбәпле баҫманы ҡабат сығаралар.
Автобиографик повестың төп геройы – үкһеҙ етем ҡалған Ильяс. Ата-әсәләрен юғалтыу уның өсөн яңы һынауға әйләнә — ул «ҡатмарлы» балалар араһына барып эләгә. Уға иң мөһим булған мөхәббәт, яҡындарының мәрхәмәте етмәй. Уның урынына герой балалар йорто хеҙмәткәрҙәре лә, шулай уҡ тәрбиәләнеүселәре яғынан да рәхимһеҙлек менән осраша. Шул уҡ ваҡытта әҫәр оптимизм менән һуғарылған: Ильяс үҙ миҫалында дөрөҫ маҡсат ҡуйғанда күп нәмәгә өлгәшеп булыуын дәлилләй. Повесть ҙур ижтимағи сағылыш тапты.
«Был етем балаларҙың аяныслы яҙмышы, йәмғиәт яғынан йылылыҡ һәм хәстәрлектең етмәүе тураһындағы әҫәр заманса башҡорт прозаһында яңы һүҙ булды», — тип билдәләне инеш һүҙендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай.
2013 йылда китап «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт китабы» VIII республика конкурсы еңеүселәре иҫәбендә була.
Танылған ҡәләм оҫталары – Ноғман Мусин, Рафаэль Аҙнағолов, Суфиян Поварисов, Хәсән Назар, Таңсулпан Ғарипова, Гүзәл Ситдиҡова, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов әҫәргә юғары баһа бирҙеләр.
— Хәҙер яңы «Урам балалары» китабы өҫтөндә эшләйем, ул урамда йәшәргә мәжбүр булған балаларҙың ауыр яҙмышына арналған, — тип хәбәр итте Айгиз Баймөхәмәтов.
Яҙыусы һәм журналист Айгиз Баймөхәмәтов Белорет районының Абҙаҡ ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Иртә етем ҡалып, Сәрмән балалар йортонда тәрбиәләнә. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. Санкт-Петербург дәүләт политехник университетында махсус курс үтә. БР һәм РФ Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы. Силәбе өлкәһендә Башҡортостан әҙәбиәте көндәрендә, Төрки донъяһы ҡоролтайында (Трабзон ҡалаһы, Төркиә) делегат була. «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләй.
Читать полностью: http://www.bashinform.ru/