14 март көнө гимназиябыҙҙа “Башҡортостан” гәзитенең журналистары Айгиз Баймөхәмәтов һәм Венер Исхаков менән йәнле осрашыу уҙған ине. Китаптың авторы Айгиз Баймөхәмәтов  1988 йылда Белорет районының Абҙаҡ  ауылында  күп балалы  ғаиләлә тыуған. Үкһеҙ етем ҡалғас, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә. Башҡорт дәүләт  университетының филология һәм журналистика  факультетын тамамлай. Санкт- Петербург дәүләт политехник  университетында махсус курс үтә. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең  Журналистар союзы ағзаһы. “Аманат” журналының  М.Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты.

Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” исемле  автобиографик китабын гимназия уҡыусылары  һәм хеҙмәткәрҙәре яратып уҡып сыҡҡайны. Был китабы балалар йортондағы көндәлек тормош хаҡында.Уның төп геройы- Ильяс Мөхәмәтов , ата- әсәһе вафат булғас, дәүләт ҡарамағында ҡала. Әммә бындағы тормош ал да  гөл түгел…Ҡайһы бер тәрбиәселәрҙең  ҡаты бәғерлеге, вайымһыҙлығы малайҙың күңелен аҡтара. Яҡын дуҫы менән булған  фажиғә бигерәк тә  тетрәндерә.

Осрашыу ваҡытында уҡыусылар Айгиз Баймөхәмәтовҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған  һорауҙарын бирҙе. Бик уйлап, төплө итеп ҡайтарылған яуаптан  уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡәнәғәт булдылар. Йәштәр, тормош һынауҙарына һәм  ауырлыҡтарына   бирешмәйенсә, ҡуйған маҡсаттарға  ирешеү мөмкинлеген аңланы.Һынауҙар ҡанаттарҙы ҡайырған саҡта ла, тормошта  бөгөлөп ҡалмаҫҡа кәрәклекте  баларға автор үҙ миҫалында иҫбат итте. Осрашыу ваҡытында журналистар уҡыусыларҙың тормошо, уҡыуҙары менән ҡыҙыҡһындылар. Ҡунаҡтар үҙҙәренең мәктәп йылдарын иҫкә төшөрҙөләр, алдағы йылдарҙа тырышып уҡырға, берҙәм булырға саҡырҙылар,  мәктәп тормошоноң ҡабатланмаҫ мәл икәнен һыҙыҡ өҫтөнә ҡуйҙылар.

Ә уҡыусылар иһә,  журналистарға үткер ҡәләмле булыуҙарын, ижади ҡомар  теләнеләр,тағы ла уҡымлы әҫәрҙәр ижад итеүҙәрен һоранылыр, Айгиз Баймөхәмәтовтан әҫәрҙең дауамын яҙыуын үтенгәйнеләр. Быйыл шул китап рус телендә донъя күрҙе. Йылы икмәкте мейестән көтөп алған шикелле, гимназия уҡыусылары рус телендәге китабын да, ниһайәт, көтөп алды. Автор Мәктәбебеҙгә был китабын үҙе алып килде. Уҡыусылар тиҙ арала китапты һатып алдылар. Уҡыусылар авторҙан автограф алырға ла онотманылар.

Айгөл Иршат ҡыҙы