Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында халыҡ шағирының тыуыуына 94 йыл тулыу айҡанлы әҙәби кисә уҙҙы. Шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Таңсулпан Ғарипова, Камил Йыһаншин, Ирек Кинйәбулатов, Хәсән Назар, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Шәүрә Ғилманова, БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Миңзифа Көмөшҡоловаларҙың сығыш яһауы кисәгә йәм һәм ғәм өҫтәне.
Гимназия уҡыусылары, уҡытыусылар коллективы Мостай Кәримдең шиғырҙарын һөйләне. Талантлы йырсы Айгиз Ханов, Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Азамат Тимеров шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарҙы. Әҙәби кисә бик тулҡынландырғыс, әһәмиәтле булды