«Болот” технологияһы- заман яңылығы

 Заман  башҡа, заң башҡа тигән әйтем ҡайһылай дөрөҫлөккә тура килә.Миңә  уҡытыусы булып эшләү дәүерендә бер нисә сығарылыш уҡыусыларына белем бирергә тура килде.Улай ғына ла түгел, хәҙер уҡыусыларымдың ата- әсәләре лә үҙемдән байтаҡҡа  йәшерәк.Тәүҙә эш башлаған сағымда ата- әсәләр йыйылышын үткәргәндә хатта,  эш тәжрибәм аҙыраҡ , улар миңә ҡарағанда олораҡ булғас, үҙемде баҙнатһыҙыраҡ тотҡанымды иҫкә алам. Үҙеңдә аҙ булған аҡылды һиңә ҡарағанда тәжрибәлерәк, донъяның төрлө сағын татыған кешегә  еткереү ҡыйыныраҡ була шул.

      Хәҙер тәжрибә лә туплағас, тормош ауырлыҡтарына  бирешерлек түгелмен. Шулай  ҙа ҡайһы бер нәмәләр уйландыра.21 быуат  балаларының китап уҡырға яратмауы, халҡыбыҙҙың үткәненә, бөгөнгөһөнә битараф булыуҙары  мине борсой.Бигерәк тә телебеҙгә ҡарата хуш күңеллеләре күбәйә.Был мәсьәлә бигерәк тә ҡала балаларында көнүҙәк, минеңсә.Ҡаланың милли мәктәптәре менән бер рәттән урта белем биреү  уҡыу йорртарында эшләргә тура килде.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә  битарафлыҡ уҡыусы телмәренең ярлылығынан, телде аңламауҙан  тыуа.Шуға өҫтәп йәш ата- әсәләрҙе лә был йәһәттән тәнҡитләргә кәрәк. Балаларына туған телде өйрәтеү түгел, хатта тыйыусылар ҙа табыла.  Балалар  араһында: “Ата- әсәйем туған телде өйрәнмәһәң дә ярай, хәҙер инглиз, ҡытай  телдәре  мөһимерәк тип әйтте ” тейеүселәре  лә  бар.Хәйҙәр Тапаҡовтың “Бибинур Улуәсәй “ әҫәрен уҡығанда күптәре йылмайышҡан була, үҙҙәрен таныусылар ҙа осрай.Тел фәнен уҡытып йөрөгән ата- әсәләр араһында ла балаһына туған телен өйрәтмәгәндәре бар.

     Ошо мәсьәләләр өҫтөндә уйланып, уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡанда заман технологиялары кәрәклегенә  инандым.Заман балалары компьютерҙы ололарға ҡарағанда яҡшыраҡ белеүен иҫәпкә алып, уларҙан ҡалышмаҫҡа кәрәклеген тойоп, заман технологияларына мөрәжәғәт иттем.Иң тәү сиратта  уҡ әйтеп  китәм, балаларға дәрестә төрлө алымдар ҡулланыу оҡшай.Шулай уҡ яңы технологиялар

 Илебеҙ мәктәптәрендә хәҙерге көндә лә борон барлыҡҡа килгән классик , традицион  методика  һаҡланған.  Шулай ҙа егерменсе быуаттың  икенсе яртыһында килеп ингән яңы технологиялар көндән көн нығый, байый бара.Тәүге аҙымдар  уҡытыу процесының  үҙгәрешенә килтерҙе. Эҙләнеүҙәргә, ижадилыҡҡа этәргән бығаса ҡулланылмаған технологиялар һәр уҡыу йортонда күҙәтелә. Техник прогресс менән бергә атлап,заманса технологияларға мин дә мөрәжәғәт иттем һәм ижадилыҡтың мөмкинлектәре сикһеҙ икәненә инандым. Әлбиттә , яңылыҡлы технологияларҙың асылына төшөнөү өсөн кемдеңдер алда эшләгән   асыштарына таянабыҙ.Эҙләнеүҙәребеҙ һөҙөмтәһе булып, яңы  ижади дәрестәр барлыҡҡа килә.

         Мин  уҡытыусым Мирас Хәмзә улы Иҙелбаевтың фекере менән тулыһынса килешәм.” Уҡытыусының бығаса бер кем тарафынан да  тормошҡа ашырылмаған  өр-яңы ижади  дәресенең , йәйғор кеүек ике таянысы  булырға тейеш.Береһе- традицион  методика, яңы педагогик  технологияларҙың төп принциптары.”

   Башҡорт телен предмет булараҡ мәктәптә уҡытыуҙың торошон бөгөнгө көндә,был өлкәлә ярайһы ҡаҙаныштар, уңыштар булыуға ҡарамаҫтан, тулыһынса ҡәнәғәтләнерлек тип әйтә алмайбыҙ. Уҡыусылар,мәктәпте тамамлап сыҡҡанда, туған телдең асылы,уның социаль тәбиғәте, функцияһы тураһында элементар төшөнсәгә генә эйә булалар. Уларҙа мәктәптә туған телгә ҡарата һаҡсыл ҡараш,ихтирам һәм талапсанлыҡ  тәрбиәләнмәй, туған телдең халҡыбыҙҙың рухи һәм мәҙәни хазинаһы икәнен аңлап етекрмәйҙәр. Шуға күрә лә хәҙерге көндә,башҡорт телен уҡытыуҙы Икенсе быуын белем биреү стандарттары нигеҙендә ятҡан   системалы эшмәкәрлеккә нигеҙләнеп, тупланған алдынғы тәжрибәне һәм фәнни ҡараштарҙы күҙ уңында тотоп, психология, педагогика, лингвистика, культура һәм лингводидактиканың һуңғы ҡаҙаныштарына таянып,мәктәптә туған телде уҡытыуҙың яңы йүнәлешен булдырыу үтә мөһим һәм көнүҙәк проблема. Шуға күрә мин үҙем  дәрестәремдә яңы технологиялар ҡуллана башланым.

 Ошонан сығып,ижади эшемдең гипотезаһын,маҡсатын,бурыстарын билдәләнем.

Гипотеза:  заманса информацион технологияларҙы,атап әйткәндә болот технологияһын  ҡулланыу башҡорт телен уҡытыу сифатын арттырыуға килтерә. Маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы экранда күрәһегеҙ.

Максат:  инновацион уҡыу йорто-гимназия шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә  информацион “болот” технологияһын ҡулланыу  алымдарын тормошҡа ашырыу, уҡыу-уҡытыу методикаһын байытыу, заманса эшмәкәрлек төрҙәренә йәлеп итеү аша уҡыусы шәхесен үҫтереү.

Бурыстар:  тел һәм әҙәбиәт дәрестәренең эш программаһына информацион технологиялар  ҡулланыу алымдарын индереү, уҡыусылар менән берлектә проекттар башҡарыу, уҡыусыларҙың универсаль уҡыу алымдарын үҫтереү, телмәр үҫтереү, туған телгә  һөйөү тәрбиәләү, башҡорт  теленең ҡулланыу даирәһен арттырыу.

Мин, уҡытыусы булараҡ,  традицион дәрестәрҙе хәҙерге заман алымдары, бигерәк тә информацион технологиялар ҡулланып үткәрергә тырышам. Интерактив таҡтаны, проектор ҡулланыу, презентациялар яһау, интернет селтәрендәге  материалдарҙы ҡулланыу, хатта педагогия фәндәре кандидаты Булат Хәләф улы Юнысбаевтың  “РОСТ” технологияһын өйрәнеү- былар барыһы ла минең  эш тәжрибәмде байытты.

      Ә һуңғы ваҡытта  минең ҡарамаҡҡа иң отошло  информацион технология  тип

“облачные технологии”-  “болот  технологияһын  әйтер инем.

         “Болот технологияһы” (“Облачные технрологии” уҡытыуҙың сифатын  кимәлен күтәрергә ярҙам итеүсе  сара булараҡ  бөгөнгө көндә бик әһәмиәтле.

Был технологияның төп үҙенсәлеге- яңы  мөмкинлектәр бирә.

        Ҡулланыусы (Уҡытыусы) интернет аша ,( ә был күп осраҡта  бушҡа) бик ҙур һаҡлағыс серверға сыға ала; программалар, иҫәпләүҙәр, төрлө ҡушымталар  операцион система, инфракструктура- провайдер тарафынан әҙерләнгән, эшләнгән, теләһә ҡайһы ваҡытта ер шарының теләгән бер нөктәһенән ҡулланып, файҙаланып була.Бары тик интернетҡа сығыу мөмкинлеге генә кәрәк.

        Күҙ  алдына килтерегеҙ: бик ҙур информацион  БОЛОТ юғарыла эленеп тора.Унда теләгән  бер темаға  материалдарҙы һаҡлап, эшкәртеп була;

-был болотҡа теләгән кешегә  кереү асҡысын , юлын  (доступ) биреп була;

-бер үк ваҡытта  бер нисә кеше  уртаҡ информация, документ, проект  менән эшләй ала.

- коллегаларҙың  йәки уҡыусыларыңдың  документҡа индергән үҙгәрештәрен, башҡарған эштәрен ҡарап, баһалау мөмкинлеге бар.

 “Болот технологияһы”ның  ыңғай яҡтары:

  • компьютерҙа интернетҡа сығыу етә, программалар кәрәкмәй;
  • электрон сығанаҡтар-дисктар, флешкалар ярҙамында информация йөрөтөү кәрәкмәй;
  • ҡорамалдар һәм программаларға финанс сығымдары ҡырҡа кәмей;
  • ваҡыт экономиялана;
  • бер үк ваҡытта бер нисә кеше  ҙур документтар, таблицалар менән эшләй ала;
  • дөйөм проекттар өҫтөндә эшләү мөмкинлеге киңәйә;
  • һәр бер уҡыусының эшләгән эшен, индергән өлөшөн тикшереп, баһаларға  мөмкин;
  • дистанцион уҡыуҙы алып барыу  еңеләйә;
  • электрон көндәлек менән эшләү еңеләйә

 Миҫал итеп,  уртаҡ БОЛОТТА эшләнгән виртуаль гәзитте күрһәтә алам. Бер үк ваҡытта  2 ҡаланың  -Өфө һәм Ишембай гимназияларында  Әсәйҙәр көнөнә  дөйөм гәзит сығарыла..Был гәзиттең биттәрен ҡарарға мөмкин. Тағы ла бер миҫал- гимназияла ВСЕОБУЧ һөҙөмтәләрен шулай уҡ дөйөм болотта тултырабыҙ.

Был алымды ҡулланыуҙа былтыр башлағайным.

Тәжрибәмдә  эксперименталь класс итеп 2013-2014  уҡыу йылында  7А , 2014-2015 уҡыу йылында  8А  класы , ә контроль өсөн 7Б (8Б) кластары алынды.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте  буйынса  уҡыу сифаты таблицала:

Пред-мет 2013-2014 уҡыу йылы 2014-2015 уҡыу йылы
7А класы 7Б класы 8 А класы 8 Б класы
I II III IV I II III IV I II III IV I II III IV
Баш теле 82% 88% 89% 90% 74% 86% 84% 87% 86% 79%
Баш.әҙәб. 90% 92% 93% 94% 75% 92% 76% 84% 93% 90%

 Һығымта:

Инновацион уҡыу йорто – гимназия шарттарында  башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһын  заманса информацион  алымдар менән  тулыландырыу  уҡыу- уҡытыуҙың сифатын күтәрә, уҡыусыларҙың телгә булған  ҡыҙыҡһыныуын арттыра, әҙәбиәткә, телгә  һөйөү уята.

Информацион “болот технологияһы”  минең өсөн- ҡулланыуға  бик отошло булған  заманса алым.Ошо “болотто” күмәк көс менән  тултырып, байытып, тормошобоҙға  шифалы, бәрәкәтле  белем ямғырҙарын  ғына яуҙырайыҡ.