1 Star2 Stars3 Stars4 Stars5 Stars (12 votes, average: 3,33 out of 5)
Loading...Loading...

Тик бәхетле  ҡоштар ғына  иленә ҡайтып үлә…

Ил яҙмышы – ир яҙмышы

 Ил күргәнде ил күрә.

Тик бәхетле ҡоштар ғына

Иленә  ҡайтып үлә.

       001Башҡорт  иленең тарихы…Эҙләнгәндә,ҡыҙыҡһынһаң, күпме мәғлүмәттәргә  эйә ул  оҙон тарих. Быны архивтарҙан  эҙләп, халыҡ араһында һаҡланған ҡулъяҙма  китаптарҙан сүпләп табырға, ныҡлап өйрәнергә кәрәк. Атаҡлы мәғрифәтселәрҙең, милләттең бөйөк  шәхестәренең исемдәрен  халыҡҡа ҡайтарыу кеүек эштәр оло баһаға  лайыҡтыр.

Ысынлап та, ир яҙмышы- ил яҙмышы тип  халыҡ хаҡ әйткән.Әле әйтелгән шиғырҙағыса , бик күптәр, ҡанаттары ҡайырылған ҡош кеүек, иленән айырылып, сәйәси  золом ҡорбандарына  әүерелгән.Уларҙың күбеһе ғүмер аҙағында тыуған тупраҡ  ҡуйынына инеүҙән дә  мәхрүм ҡалған.

Зәки Вәлиди…Башҡортостан йөмһүриәтен  ҡороусы, бөтә донъяға таралған  шәрҡиәте,  Бонн, Геттинген, Истанбул университеттары профессоры, күп кенә  Европа һәм Азия  университеттарының почетлы докторы, “Хәтирәләр “ китабы авторы . Ошо оло шәхесебеҙгә быйыл 120 йыл тулған булыр ине.

Зәки Вәлиди исемен беҙ әле лә онотмайбыҙ.Бөгөнгө интернет- конференция ғына ла ошо турала һөйләй бит. Мин конференция уҙғарыласағын белгәс, күптән  уйлаған теманы алырға булдым.

Минең ҡартатайымдың атаһы  Хәлиулла  Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”е кеүек ҡулъяҙма ҡалдырған.

Шуға  эҙләнеү темам итеп:”Хәлиулла ҡартатайымдың “Тәржемәи хәлендәге “ һәм Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ендәге  уртаҡ һыҙаттар” тигәнде алдым.

Бер аҙ үҙемдең ҡартатайым тураһында яҙмаҡсымын.Атайымдың ҡартатаһы Хәлиулла – башҡорттоң остаздарынан мөҙәрис  булған.Тулы исеме- Хәлиулла бине  Мөхәммәтрәхим  бине Ибраһим  әл Бөрйәни[1863-1927] .Уның тормошонда оло бер ваҡиға булған: Хәлиулла ҡартатайым Зәки Вәлиди менән осрашып һөйләшеү бәхетенә ирешкән.Бының тураһында тарихи сығанаҡтар ҙа бар.

Ҡартатайым утыҙ ике йыл дауамында Ҡөръән Кәрим тәғлимәте нурҙары менән туған халҡына тәғлим- тәрбиә менән мәшғүл була.

Ул башҡорт халҡының рухи короле  Зәйнулла ишанда уҡый.”Тәржемәи хәлем” тигән ҡулъяҙмаһын ҡартатайым егерменсе быуат башында  , яҡынса  1905-1906 йылдар тирәһендә яҙған булырға тейеш. Бында һүрәтләнгән ваҡиғалар  ҙа ошо йылдарға тура килә.

1937 йылда шәһид киткән улы Әхмәт уны     1927 йылда асыл нөсхәнән күсергән.Заманында беҙҙең  һәм башҡа яҡтарҙа билгеле шәхестәр рәтенә ингән мәғрифәтсе , дин әһеле  ҡартатайым Хәлил хәҙрәттең  был ҡулъяҙмаһы иҫке төрки телендә  яҙылғанға күрә, ике туған ағайым –хәҙрәттең ейәне,Баймаҡ ҡалаһының интернат – мәктәбенең директоры  Азамат Сәлихов тырышлығы менән  башҡортсаға ауҙарыла.Ул ярҙамға мәғрифәт, шәреҡ ғилеме  менән шөғөлләнгән философ, төрки телдәр белгесе Рауил Үтәбай Кәримине  йәлеп итә.

Ошо ҡулъяҙманың күсермәһен уҡығас, Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”е иҫкә төштө.Уртаҡ һыҙаттар тапҡандай булдым.

Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”е  ғалимдың бала сағынан алып  1926 йылдарға тиклем тормош юлы, ғилми һәм сәйәси эшмәкәрлеге һүрәтләнә.Ҡартатайымдың автобиографик ҡулъяҙмаһы уның биографияһының ҙур өлөшөн асыҡлауында ғына түгел, ә беҙҙең тыуған төйәгебеҙҙең тарихыа бәйле тарихи сығанаҡ булыуы  һәм уға ҡайһы бер аныҡлыҡтар өҫтәүе менән дә әһәмиәтле.Ҡулъяҙма  халҡыбыҙға  хеҙмәт иткән  билгеле һәм билгеле булмаған мәғрифәтселәрҙең дә яҙмыш юлдарының  киҫелештәре һүрәтләнә. Мәҫәлән,хәҙерге көндә исемдәре халыҡҡа ҡайтарылған Шәйх Зәйнулла бине Хәбибулла Рәсүли [1833-1917] Рәсәй  мосолмандарының оло абруйлы шәхестәренең береһе, философ, мәғрифәтсе, дин әһеле-бөйөк Зәйнулла ишан-Зәйнулла Рәсүлев,Һибәтулла ишан- Һибәтулла бине Сәйетбаттал бине Сәлих-Һибәтулла Баттал улы Сәлихов [`1794-1867],Баймаҡ районының атаҡлы Муллаҡай ауылы мәҙрәсәһенең баш имамы Ғабдулла хәҙрәт- әл –Шәйх Ғабдулла бине  әл-Шәйх Сәйет, Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы мәҙрәсәһе имамы мулла Әхмәтша һәм башҡа билдәле  кешеләрҙең исемдәре телгә алына.

Ҡартатайымдың ҡулъяҙма хеҙмәте лә, Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”е лә  ғаилә хәленән, йәшлек йылдарынан башлана.

З.Вәлиди: «…Урал  тауҙарының  көньяҡ өлөшөндә  бер яғы тау һәм урман  икенсе яғы  дала булған ауылда  мал үрсетеү, бер аҙ иген сәсеү  һәм урман  эштәре  менән  көнкүреүсе башҡорт һәм татарҙар  араһында йәшәүсе  урта хәлле  крәҫтиәндең ябай тормошо- мине көткән  яҙмыш шул  ине.Бөгөн ул яҡтарҙа совет колхоздарында эшләүсе  туғандарым кеүек, мин дә баҫалҡы һәм ғәҙәти ауыл кешеһеләй  көн күреүселәрҙең  береһе булыр инем”.

Минең ҡартатайым иһә ошолай башлай: “Шәжәрәм:Хәлил Хәҙрәт- атаһы Мөхәммәтрәхим- атаһы Ибраһим- атаһы Ишкилде.Ҡартатайым  Ибраһим, күренекле мулла булмаһа ла, бик динле , төрлө һөнәр белеүсе, хуш күңелле, донъя көтөүҙә бик тырыш, сауҙа эшен белеүсе, мал- мөлкәтен ҡайғыртыусы, тыйылған эштәрҙән ситтә тороусы, ялҡаулыҡ, һүлпәнлек  белмәүсе  әҙәм булған. Башта Ырымбур Ҡарғалыһында  Һибәтулла ишандан  белем алып, Мөжәүир ишан тәрбиәһендә булып, уға  ихтирам итеп тәрбиәләнгән.

Һуңғараҡ, 1872 йылдарҙа, аҡһаҡал, дин башлығы Зәйнулла ишанды беҙҙең Бөрйән  ҡәбиләһенә  саҡырып, Таулыҡай ауылында уға  Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе, Беренсе Бөрйән волосы, хөрмәт күрһәтеп, хакимиәтен танып, уның иптәше һәм хөрмәтле  кешеһенә әүерелә. Етмеш биш йәшендә был донъянан китә.

Ҡартатайыбыҙ  Мөхәммәтрәхим, ғаиләләге  биш баланың дүртенсеһе булып, 1837 йылдын 9 авгусында  донъяға  килә. Тәбиғәте яғынан бик динле, атлығып,донъянан  йәм табып, шиғырҙарҙы  ғашиҡтарҙы  хас рәүештә  матур итеп уҡып, шиғырҙар сығарып, күп мәжлестәрҙә сикһеҙ шашынып сығыш яһап, ҙур урындар яулай.Хатта ихлас һөйләүен күреп, ҡайһы берәүҙәр : “Мулла Мөхәммәтрәхим был тирәләрҙә  тормаҫ, китер, йә булмаһа үлер”, тигәндәр. Һәм ысынлап та, егерме етет йәшендә вафат була”.

З. Вәлиди үҙенең нәҫеле тураһындағы юлдарҙа: “Ҡарттарҙан өлкән ағайым – атайымдың  ҡустыһы Вәли мулла  һәм уңғуттарҙан Хисам ағай  боронғо дастандарҙы  бик күп белерҙәр ине.Был дастандар  Алтын Урҙа дәүеренә ҡараған шиғри хикәйәттәр ине. Ҡартатайым  Вәлит байҙың  өйө  ун туғыҙынсы быуаттың  беренсе яртыһында  ҙур йыйылыштар, мәжлестәр ойошторола торған  тирә- яҡтың бер үҙәге булған.Шуға күрә  башҡорт кантон  рәйестәре, рус  генералдары , губернаторҙар , шөһрәтле муллалар  һәм шәйехтәр уның мосафиры була.

Күренеүенсә, минең нәҫелемдә лә, З.Вәлидинең нәҫелендә лә ауыҙ- тел  ижадына битараф  булмағандар.Күренекле кешеләр менән аралашып йәшәгәндәр.

Әхмәтзәки Вәлидовтың Ишембай районы Көҙән ауылында тыуыуын беләбеҙ.”Хәтирәләр” китабында  ул үҙ ғаиләһенең сығышын башҡорттарҙың нуғай ырыуынан килгән тармағы менән бәйләй.Атаһы Әхмәтша хәҙрәт  ауылда ҙур мәҙрәсә тотҡан, имам һәм мөҙәрис булған.Әсәһе Өммихәйәт оҫтабикә, мәҙрәсәлә  мөғәллимә булып, ҡыҙҙар уҡытҡан.Фарсы телен яҡшы белгән,шиғырҙар, бәйеттәр сығарған.Зәки атаһынан башлыса, ғәрәп теленә, ислам ғилеменә яҡшыраҡ өйрәнһә, әсәһенән фарсы телен, шиғриәтте нығыраҡ үҙләштергән.

З.Вәлиди тыуған ауылы мәҙрәсәһендә  атаһынан  өс ҡыш белем алғандан һуң  1901-1908 йылдарҙа  күршеләге Үтәк мәҙрәсәһендә  атаҡлы мөҙәррис Хәбибназар  хәҙрәттә уҡыған.Хәбибназар  хәҙрәт-Зәки  мәхдүмдең  әсәһе яғынан олатаһы кеше.

З.Вәлидиҙең яҙыуы буйынса, Хәбибназар  әл- Үтәки [1861-1921]   шул йәһәттән данлыҡлы Шиһабетдин Мәржәни  мәҙрәсәһендә уҡыған, иң алдынғы шәкерт, һуңынан мәҙрәсә мөғәллиме булған.Һуңынан  мәҙрәсә мөғәллиме булған, аҙаҡтан  Башҡортостанға ҡайтып, Үтәктә ҙур мәҙрәсә асып, остазы йүнәлешен  дауам иткән  прогрессив башҡорт уҡымышлыһы,үҙе философ,назымсы. Ш.Мәржәниҙең  “Мостафад әл-әхбар” китабына  шәрехтәр яҙған, ғәрәп теленән  төрки теленә тәржемәләр менән шөғөлләнгән.Мәҙрәсәләр өсөн уҡыу китабы урынына “Нәүадир тәржемәһе “ тигән  дәреслек баҫтырып сығарған.Донъяуи фәндәр уҡытыуға ҙур иғтибар биргән.Шулай итеп, Хәбибназар  мөҙәрристең  үтәк мәҙрәсәһе  егерменсе быуат башында  Башҡортостандағы иң билдәле  прогрессив мәҙрәсә дәрәжәһен алған.

Минең Хәлил  ҡартатайым да, З.Вәлидиҙең олатаһы шикелле,  Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында ҡаҙаҡ байы Имамбай  Дусмөхәммәт улының матди ярҙамы менән  мәҙрәсә аса, мәсет һалдыра.Зәйнулла ишан Рәсүли хәҙрәттәре  Баймаҡ төбәгенә  ҡунаҡ сифатында килгәс, Әғзәм исемле олатай менән ҡартатайым уларҙы оҙатып йөрөгәне билдәле.Хәлил ҡартатай  һәм Әғзәм олатайҙар Имамбай Дусмөхәммәткә рәхмәт йөҙөнән ҡаҙаҡ ауылдарында  бергәләп шәкерттәр уҡытҡан.

Тарихҡа килгәндә, 1557 йылда  Башҡортостандың  үҙ ирке менән Рус дәүләтенә  ҡушылыуы халҡыбыҙ яҙмышында хәл иткес ваҡиға була.Был мөһим ваҡиға мәғариф эшенә лә ҙур йоғонто яһай.Әкренләп булһа ла урыҫ, башҡорт мәктәптәре асыла.Мосолман мәҙрәсәләренең программаларына ла  үҙгәрештәр инә: дини мәҙрәсәләрҙе ысулы йәһидкә нигеҙләнгән мәктәптәр алмаштыра, уларҙан дини һабаҡ менән  бер рәттән донъяуи фәндәр ҙә уҡытыла.

Яңыса уҡытыуға Башҡортостанда  тәү башлап Стәрлебаш мәҙрәсәһе күскән.Беҙҙең Муллаҡайҙа  урынлашҡан “Сәйедул” мәҙрәсәһе, көньяҡ – көнсығыш райондарында берҙән- бер  дини белем биреүсе үҙәк булараҡ, күренекле дин әһелдәре мәғрифәтсе , хужалыҡ эшмәкәрҙәре  әҙерләп сығара. Заманына күрә мәҙрәсәнең  әһәмиәте ҙур була, ләкин 1914 йылда Абдулла Сәиди ишан  вафат булып ҡалыу сәбәпле , мәҙрәсәнең  эшмәкәрлеге һүнә төшә.

Был осорҙа Ислам донъяһында  Абдулла ишандан ҡала  дин  ғилемен, шиғриәтте  тәрән белеүсе , суфыйлығы , гипноз һәләте  булыуы  менән Таулыҡай  ауылы хәҙрәте Хәлил Рәхимов айырылып торған  һәм тәүгеләрҙән  булып Таулыҡай  ауылында  яңыса уҡытыуға  күскән.

М ин шуға иғтибар иттем: З.Вәлиди лә , минең ҡартатайым да тәүге һабаҡты ғаиләлә ала, ауыл мәҙрәсәһендә уҡыйҙар,  икеһе лә олаталары ҡарамағында күпмелер йыл тәрбиәләнә.Ҡартатайымдың атаһы уға бер йәш тә тулмаҫ элек үлеп китә. Зәки кеүек үк, уның да  уҡыуға теләге көслө була.

Ҡартатайым уҡыған осорҙа  бик отҡор, зирәк бала була.Уның уҡыуға булған  тырышлығын  күреп, олатаһы атаҡлы Муллаҡай  мәҙрәсәһенә  бирә.1885 йылда Абдулла ишандың мәҙрәсәһенә уҡырға бара.Бында ул  һигеҙ йылдан ашыу белем ала.Уҡырға мөмкинлеге   булмағанлыҡтан , йәй көндәре урыҫ, татар байҙарына ялланып эшләй. Мәҙрәсәлә уҡығанда ул  үҙенең зирәклеге менән  айырылып торған, шуға күрә уға  йыш ҡына  ауырып киткән  хәлфәләр урынына дәрес үткәрергә рөхсәт  иткәндәр.

1893 йылда ул имам- хатип дәрәжәһен алып,тыуған ауылына ҡайта, йәдитселек  программаларына нигеҙләнгән мәҙрәсә- мәктәп, ике манаралы мәсет  төҙөтә.Матди ярҙам күрһәткән Жийәс ырыуы ҡаҙағы  хөрмәтенә уҡыу йортон “Иманисити” тип атайҙар.

Был мәҙрәсәлә уҡыусыларҙың һаны йылдан- йыл арта бара.Ҡулъяҙмала әйтелеүенсә, унда заманында 200-250 шәкерт белем ала.Унда башҡа уҡыу йорттарынан  айырмалы рәүештә, бер үҙенсәлек булған:ысулы йәһид мәктәптәре өсөн мөғәллимдәр  һәм практик белгестәр уҡытып сығарғандар.

Әйткәндәй, Хәлил хәҙрәт хәстәрлеге  менән 1906 йылда Үрге Таулыҡайҙа йәдит мәктәбе асыла.Мәҙрәсәнең хәлфәһе булып Вәлиулла Шоңҡаров эшләй.Ә Хәжирә абыстай ҡыҙҙар уҡытҡан.Мәҙрәсәлә дини уҡыуҙар менән бер рәттән донъяуи фәндәр ҙә уҡытылған.Хәлил ҡартатайым шәкерттәрҙе күрәҙәселек, бағымсылыҡ серҙәренә, сәсәнлек оҫталығына  өйрәткән.Таулыҡай мәҙрәсәһенән сыҡҡан  яҙыусы, ғалимдарҙан  Шәһәрғәзи Ғәбдиев- крайҙы өйрәнеүсе, Низам Тажетдинов- журналист, Мөхтәр Байымов- яҙыусы, ә практик эшмәкәрҙәрҙән  мәғариф етәкселәре Хөснулла Юлыев, Фәйзрәхмән Мәҡсүтовтарҙы әйтергә була.

Башта әйтеп китеүемсә, ҡартатайым халыҡ араһында  билдәле булған шәхестәр менән  дә аралашып йәшәгән. 1919 йылдар тирәһендә Зәки Вәлиди Хәлил хәҙрәткә килеп әңгәмәләшеп киткән.Таулыҡай ауылы халҡы  Зәки Вәлиди хөрмәтенә  Ҡыҙыләселелә  йыйылып, тирмәләр ҡороп, мәжлес үткәргән. Шулай уҡ М.Аҡмулла, Ш.Бабич Баймаҡ яҡтарына килгәндә ҡартатайым менән осрашҡан.

Хәлил хәҙрәттең яҙыусылыҡ һәм ғилми һәләттәре булған. Уның йөҙ ҙә ун ике биттән торған “Әүлиәләрҙе аҙғындар хурлауынан  яҡлау”исемле китабы бар.Шиғырҙар ҙа ижад иткән, күп яҙмалары мәҙрәсәлә дәреслек итеп ҡулланылған.Ошондай билдәле  шәхес итеп белә минең ҡартатайымды Баймаҡтар. Уның тормошон, тәржемәи хәлен, ижадын ныҡлап өйрәнергә тип Миңлеғәле Нәҙерғолов та беҙгә килгәйне.”Башҡортостан” гәзитендә уның мәҡәләләре сыҡты.

Шулай уҡ “Ватандаш” журналында, “Һаҡмар”, “Атайсал” , “Киске Өфө” гәзиттәрендә баҫылған мәҡәләләр миндә һаҡлана.

Ул сағында  белем алырға шарттар булмаһа ла, ауырлыҡ менән яҡшы белем ала алғандар араһына Зәки Вәлидиҙе, ҡартатайымды ла ҡуям.

Зәки  фән, ислам нигеҙҙәрен  еңел үҙләштергән,мәҙрәсәлә  иң зирәк шәкерттәрҙең  береһе булып  танылған.Ул хатта  йәшләй  Ҡөръән хафиз һәләтенә эйә булған, шәп хәтере, отҡорлоғо  м енән айырылып торған. Ул күпмелер ваҡыт  Маҡарҙа хосуси  уҡып, математика, тарих, география фәндәрен, рус телен өйрәнгән.

Артабан уҡыу ниәте менән ул 1908 йылдың көҙө “Ырымбурға  “ХөсәИниә” мәҙрәсәһенә килә, уҡыу- уҡытыу программалары , мөғәллимдәре  менән таныша.”Шура” журналы редакцияһында булып, Р.Фәхретдинов  менән тығыҙ  ижади бәйләнешкә  инә.Бындағы уҡыуҙар менән хушһынмай. Ҡазанға йүнәлә.Ҡазан университетына уҡырға инә алмағас, профессор Катанов, Богородицкий , ашмарин кеүек уҡытыусылары ярҙамында  үҙ алдына  уҡыуын дауам итә.Рус. ғәрәп телдәренән өҫтәмә дәрестәр ала.Ҡазандың “Ҡасимиә” мәҙрәсәһендә тарихтан һәм ғәрәп теленән мөғәллим  булып эш башлай.Россия төрки халыҡтарының тарихын өйрәнеү  менән ныҡлы шөғөлләнә. Газета- журналдарҙа мәҡәләләре күренә башлай.Көнкүрештә яңырыштар, уҡыу- уҡытыуҙа реформалар  өсөн көрәшеүсе йәштәр  менән ҡыҙыҡһына.Фәтих Әмирхан, Ғабдулла Туҡайҙар менән аралаша.

“Хәтирәләр” китабын уҡып, Зәки Вәлидиҙең бөтә тормошон күҙ алдынан үткәреп була.Башҡорт этнографияһына , тарихына, фольклорына  һәм әҙәбиәтенә  ҡарар беҙгә билдәһеҙ  бик күп мәғлүмәттәр , яҙмалар, дастан, ҡобайыр, йыр өлгөләре менән танышырға мөмкин.Улар буйынса авторҙың йәштән үк  башҡорт фольклоры  менән ҡыҙыҡһынғаны, айырым үрнәктәрҙе яҙып алғаны, хәтерендә һаҡлағаны, Шәмсетдин Зәки, Һибәтулла Сәлихов, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич шиғырҙарын яттан белгәне асыҡлана.

Йомғаҡлап шуны әйтер кәрәк: бөтә донъя тюркология  ғилеменә киң билдәле Әхмәтзәки Вәлиди  Туғандың ғилми мираҫын, беҙҙең өсөн  әһәмиәтле  башҡорт этнографияһына, фольклорына  һәм әҙәбиәтенә  ҡараған фәнни эштәрен  өйрәнер кәрәк. Шулай уҡ үҙемдең ҡартатайымдың ҡулъяҙмаһы тарихҡа бәйле ҡайһы бер ваҡиғаларға асыҡл ыҡ индереүенә  шатланам. Ошо хеҙмәтенә таянып, рәхәтләнеп шәжәрәбеҙҙе өйрәнә алдыҡ. Тарихи шәхестәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ.Тарих белмәгәндең киләсәге юҡ.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.З.Вәлиди “Хәтирәләр”, Өфө-1996 йыл

2.Хәлиулла Мөхәмәтрәхимов “Тәржемәи хәлем”.

3.”Ағиҙел” журналы, №12, 1990 йыл,”Һәйкәлдәргә лайыҡ шәхес” Әмир Юлдашбаев.

4.”Ағиҙел” журналы, Ғ.Хөсәенов “Тарихсы Әхмәтзәки Вәлиди Туған”,

5.”Ватандаш” журналы , Р.Үтәбай-Кәрими, “Хәлиулла хәҙрәт һабаҡтары”

6.Салауат Галин “Башҡорт халҡының ауыҙ- тел ижады”, Өфө- 2009

7.Тунджер Байкара “Зәки Вәлиди Тоган”, “Китап”- 1998

8.”Панорама Башкортостана”, № 5, 2009 «Великий сын башкирского народа» Р.Шакур.