Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы-Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров районы Мостай Кәрим исемендәге  158-се Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Эш стажы 23 йыл, юғары категориялы уҡытыусы. Киров районының «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте  йыл уҡытыусыһы-2014» бәйгеһе еңеүсеһе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡорт сәсәндәренең 1 Асыҡ ҡала бәйгеһе дипломанты, Өфө ҡалаһы ҡала округы  Хакимиәте башлығының грантын алыусы (2010)  уҡытыусы.Уға  БР-ҙың Мәғариф министрлығы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, ҡала  , район мәғариф бүлектәренең  Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылған.

Эҙләнеүҙәр аша тапҡан бәхет 

     Ҡараңғы төндөң яҡты юлдашы булған тулған ай, шаян йондоҙҙарға аҡыллы ҡараш ташлап йылмайҙы ла, йыһан сигендә үҙенең бәҫен белеп, мәңгелеккә юлын дауам итте. Эҙләнеүсән, юғары рухлы, шиғри күңелле әҙәби заттарҙы үҙенә ҡаратып, бер аҙ уйландырҙы ла, тормоштоң фанилығы, рухтың мәңгелеге тураһында фекер йөрөтөргә әйҙәне…

      портретТәбиғәттәге иҫ киттес камиллыҡҡа, теүәллеккә һоҡланып, сылтырап аҡҡан шишмә янында уйланып ултыра бирәм. Балалыҡ, мәктәп йылдары, һуңғы ҡыңғырау моңона сорналып, артта ҡалды. Миңә был мәлдәрҙә тормоштоң етди һорауҙарына яуап бирерлек тәжрибәм дә юҡ кеүек тойолдо. Ғәҙәт  юғарынан бирелһә лә, йөрәк ҡушҡанса, эске һиҙемләүгә иғтибар  бирмәй булмаҫтыр, тип уйландым.

      Ә шулай ҙа күңел түренә үтеп ингән, йөрәккә яҡын һөнәрҙәр бар барлығын. Тик шикләнеү, икеләнеүҙәр тынғы бирмәй. Был донъяла кешеләргә, йәмғиәткә кәрәкле булып йәшәүҙән бәхет күреп буласағын да беләм, әлбиттә. Табип һөнәрен һайлаһам, нисек булыр ине икән? Ә инде  уҡытыусы булып, белгәндәреңде киләсәк быуынға өйрәтеп ҡалдырһаң, насармы ни?  Кешенең тәнен дауалауға ҡарағанда күңелен илһамландырыу мөһимерәктер бәлки? Һәр бер  һөнәр эйәһе лә уҡытыусыға бурыслы, минеңсә. Космонавтың да, иген игеүсенең дә, табиптың да уҡытыусыһы була. Шулай итеп, мин уҡытыусы һөнәрен һайланым. Тимәк, тәүәккәлләнем…

         Уҡытыусының күңел байлығы урғылып сыҡҡан шишмәне хәтерләтә. Ә шишмәләр бәләкәй генә инештәрҙән башлана. Уҡытыусының да уҡытыусыһы була бит. Беҙ ғүмеребеҙ буйы уҙебеҙҙе фән тауына әйҙәгән, тормоштоң ысынбарлығына төшөндөргән кешеләребеҙ-уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт әйтеп йәшәйбеҙ. Минең дә ошо изге һөнәрҙе һайларға этәргес булған кешеләрем бар: башланғыс кластарҙа ,  шулай уҡ өлкән кластарҙа  белем иленә  әйҙән уҡытыусыларым . Тәүге уҡытыусым  Аҡбулатова Хазина Рәүеф ҡыҙының йылмайыуы тормошом юлын иҫ киткес яҡтыртты, әйтерһең, бар тирә- яҡ ҡояш  нурына күмелде.Урта кластарҙа уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларым бигерәк тә тормошомда маяҡ булдылар: шағир Рәйес Түләков, Римма Ғиниәт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, Миңһылыу Зөлҡәрнәй ҡыҙы Назаровалар  туған телемә һөйөү уяттылар.Миңә, һигеҙенсе класты тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына барып уҡырға насип булды. Бында ла уҡытыусыларымдан уңдым:ғүмерҙәрен тел уҡытыуға бағышлаған республикала билдәле шәхестәр- Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирә  Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсина менән дәреслектәр авторы, хәҙерге көндә Башҡорт дәүләт университетының филология фәндәре кандидаты  Фирүзә Сәлих ҡыҙы Исҡужинала уҡыу бәхете татыны. Дүртенсе курста уҡыған саҡта улар ҙың ярҙамы менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәндәренән республика олимпиадаһында ҡатнаштым, уңышлы сығыш яһаным һәм икенсе урынға сыҡтым.Шуның менән юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ инеү хоҡуғы бирелде.Училищела  алған белем багажымды Башҡорт дәүләт университетында  билдәле профессорҙар, филология фәндәре докторҙары, академиктар Ғ.Ғ.Сәйетбатталов, Н.Х.Ишбулатов, Ғ.С.Ҡунафин, М.В.Зайнуллин, М.Х.Иҙелбаевтарҙа   тулыландырҙым.Ғөмүмән, мин Уҡытыусыларымдан бик уңдым һәм бының өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен.

Әле лә  уҡытыусыларым фатихаһы ғүмер юлын тайпылыуһыҙ үтергә ярҙам итә. Кешеләрҙе, тормошто яратырға мин уларҙан өйрәндем. Ә мөғәллим һөнәрен хыялында йөрөтөп, тормошҡа ашыра алмаған мәрхүмә әсәйемдең:”Намыҫ менән эшләгеҙ, намыҫ менән йәшәгеҙ,”-тигән һүҙҙәре ғүмерлеккә  күңелемдә уйылып ҡалды. Әсәйемдең хыялы ла минең профессиямда  юғары баҫҡыст арға күтәрелергә көс бирә, илһамландыра.

Тәүҙә тыуған ауылым Баймаҡ районы Ҡаратал ауылында  эш башланым, һуңынан яҙмыш ҡушыуы буйынса  килен булып төшкән Йылайыр районы үҙәгендә тәжрибә тупланым.  Ғаиләбеҙ менән башҡалабыҙ Өфөгә күсеп килгәс, Орджоникидзе районына ҡараған 48-се башҡорт лицейында директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын  башҡарҙым һәм ҡала мөхитендә үҫкән балаларға туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләргә тырыштым.Артабан башҡаланың  Ф.Мостафина исемендәге 20-се,С.Аксаков исемендәге 11-се гимназияларында, 116-сы мәктәбендә, хатта  Шамонино ауылының урта мәктәптәрендә лә эшләп ҡарарға тура килде. Эҙләнеүҙәремдең бормалы  юлдары ,ниһайәт,  М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһына алып килде .Һәм мин быға бик шатмын, сөнки гимназиябыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте   уҡытыуҙың бөтә  шарттары булдырылған.Яңы технологиялар ҡулланып уҡытып, эшемдән рәхәтлек кисерәм.

                   Бына егерме өс йыл мәғариф системаһында эшләү дәүеремдә шуға инандым: эҙләнеүҙәр аша тапҡан бәхет татлы ла,емешле лә була икән. Эҙләнмәгән, белемен камиллаштырмаған уҡытыусыны туҡтап ҡалған сәғәт менән сағыштырам. Үҙ тәғәйенләнешенә яуап бирмәйенсә, стенаны биҙәп кенә тороуҙан ни файҙа? Ысын педагог һәр саҡ тормош менән бергә атлай, эҙләнә, төрлө асыштар яһай. Уҡыусыларың төплө яуап ҡайтарһа, ошо мәлдә ҡәнәғәтлек алһаң, телебеҙгә һәм әҙәбиәткә булған һөйөүен ижади эштәре, эҙләнеүҙәре, сығыштары менән иҫбатлаһа, йәмғиәттә үҙ  урынын тапһа, һинән дә бәхетлерәк кеше булмаҫ был донъяла.

          Аҡмулла ижадын өйрәнгәндә бер уҡыусымдың:”Төрмәлә ултырһа ла Аҡмулла ижад менән шөғөлләнгән. Уның ижады ауырлыҡтар кисергәндә тағы ла байыҡҡан, рухы нығынған ғына. Кеше туҡтауһыҙ ижад итергә тейеш,”-тигән һүҙҙәрен ишеткәс, ҡәнәғәтлек тойғоһо  һәм   ғорурлыҡ хисе татыным.

          Уҡытыусы һөнәренә бала саҡтан ғашиҡмын. Мейестең ҡоромло ҡапҡасын әйләндереп, уға  аҡбур менән яҙып, ҡурсаҡтарымды уҡыта торған саҡтарым иҫемә төшөп китә. Әле  балаларһыҙ эште күҙ алдына ла  килтерә алмайым.Уҡыусыларҙы  яратам, шуға ла мәктәп икенсе өйөмә әүерелгән.  Баланы хаталы яуабы өсөн бер ҙә әрләргә ярамай икәненә әллә ҡасан инанғанмын, шул яуабы  төбөндә, бәлки, дөрөҫлөк тә яталыр. Уны ҡанатландырып ебәреү генә кәрәк. Юғиһә, үҙең көлкөлө хәлгә лә ҡалыуың ихтимал. Миҫал килтереп үтәйек. Бер уҡыусыны, яуабы дөрөҫ булмағас, уҡытыусыһы былай тип әрләй икән: “ Ошо йәшеңә етеп, шуны ла белмәйһең. Платон һинең саҡта ана ниндәй асыштар яһаған!”. Быны ишеткән бала: “Платондың уҡытыусыһы ла Сократ булған бит”,- тип уҡытыусыһын уйланырға мәжбүр иткән. Уҡытыусы һөнәре ана шул яғы менән ҡыҙыҡлы: бала һине көлдөрә лә, уйландыра ла, эҙләнергә  лә мәжбүр  итә.

         Эҙләнеүҙәр  аша дөрөҫлөккә киләбеҙ. Һәр дәрес- яңы асыш, яңы табыш, минеңсә. Бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының иңендә – яуаплы һәм ауыр йөк. Телебеҙ серҙәренә өйрәтеү, балаларҙың рухын нығытыу, киләсәк быуындарға ла тапшырырлыҡ  хазина итеп еткереү, тел, халыҡ яҙмышына битараф булмаҫҡа инандырыу- беҙҙең бурысыбыҙ.

                                                  Тик хәҡиҡәт булһа әйткәнемдә,

                                                  Ҡайыҙламаҫ намыҫ, выжданым,

                                                  Уҡытыусы булып тыуғанғамы,

                                                   Изгелеккә әйҙәй иманым.

Уҡытыусы исемен йөрөткән кеше һәр ваҡыт үҙ асылында ҡалырға тейеш, тип иҫәпләйем.Тормош ауырлыҡтары алдында теҙ сүкмәй, гел алға барһаң, донъя мәшәҡәттәренән өҫтөн торһаң- һин ысын уҡытыусы. “Әсәнән ҡала бер затҡа табынам, уның исеме- уҡытыусы”,-тип яҙҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим.

Мин- уҡытыусы. Яҙмышыма ҙур рәхмәтлемен. Зиһенемде быйытып, эҙләнеүҙәр аша тормоштан йәм табырға өйрәндем. Эҙләнеүҙәремдең татлы емеше- ул һайлаған һөнәрем. Уҡытыусы профессияһында оло кинәнес алып, матур  миҙгелдәр кисереп йәшәүем- ҙур бәхет.