002 - копия    Башҡорттоң аҡыл  һәм хис, тел һәм әхлаҡ,тормош көтөү ҡанундарын  законлаштырып,борон-борондан халыҡтың алтын рухи тотҡаһы булган ул- сәсән мәктәбе.Тарихтың төрлө көсөргәнешле мәлдәрендә милләт көткән һүҙ,яуҙа ҡаһарманлыҡ,  һилдә-ирәбәлек,майҙандарҙа халыҡ куңелен айҡап,телен көмөштәй сылтыратҡан, һандуғастай һайратҡан тел ул-Сәсән ҡобайыры. Башҡортта башҡортлоҡто нығытып,сыныҡтырып торған сәсән дарманы, сәсән фарманы. Ошо көндәргә тиклем ғәзиз һәм гүзәл телебеҙ һаҡланып һәм халыҡты һаҡлап килгәне өсөн йыраузарына мәңге бурыслы. Башҡорт теленең дәүләт статусын тарих төпкөлөндә үк раҫлап, егерме беренсе быуат кешеһенә тапшырған Һабрау,Ҡобағош,Аҡмырҙа, Байыҡ,Буранбай,Ғәбит,Буранғол, Аҡмулла,Салауат сәсәндәребеҙҙең рухы шат булһын.

 Ҡобайыр (Авторы һәм башҡарыусыһы Игелекова А.И.)

          Фәҡәт башҡорт ижад иткән һәм башҡорт кешеһенең Ваҡытта, Арауыҡта, Тарихта йәшәгән Урынында  көслө һәм тотороҡлы йәшәүенә хеҙмәт итә был бөйөк ижад, шуға ла сәсән ижады – бөгөн иң айбар һәм иң сабыр милләт һаҡсыһы. Бер ниндәй милләт тә үҙләштерә алмай һәм  үҙләштерергә хаҡы булмаған тере мираҫ-Йәншишмә ул!

         Ҡаҙаҡ халҡын- аҡыны, әзербайжанды- ашуғы, тажик, үзбәкте- дастаны, алтайлыны- ҡайсыһы, славянды- бояны, ҡырғыҙҙы- жырчыһы   таныта, милләт исемдәрен  есеменә тоғро итеп йәшәтеүсе рухи ҡомартҡы дәрәжәһен күтәрә улар. Башҡорт сәсәне булғанда- башҡорт теле лә йәшәр! 450 йыл элек Башҡортостан-Рәсәйҙең килешеүле йәшәүенә нигеҙҙәрҙе батыр бей-сәсәндәр,халыҡ сәйәсмәндәре һала һәм дуҫлыҡҡа ант иткән халыҡ ят булған ҡәүем,илдәрҙән йотолмай иҫән ҡала. Шул дәүерҙә башҡорт халыҡ милли дипломатияһы, фәлсәфәһе, нәфис һүҙ тылсымы- Сәсән ижадында тағы ла ныҡ үҫешә. Ил рухы,халыҡтың рухи ҡанаттары нығына,тарихта яңы һулыш табыла.

        002Борон ата-бабаларыбыҙ изге аманаттарын, әйтер теләктәрен сәсәндәр ярҙамында киләһе быуынға тапшыра килгән. Бик күп сәсәндәребеҙ,һүҙ оҫталары оло хан һәм хакимдарға иң ышаныслы кәңәшсе, халыҡҡа- терәк,телгә-киләсәк булған.Борон-борондан үҙ ерендә тыуып,йәшәп,үҙ илен һаҡлап, милли аң, аҡыл һәм тел мәктәбен ошо шәхестәр билдәләгән.

          Сәсәндәр майҙаны  тарихи сәбәптәр арҡаһында тынып ҡалғайны.Әммә 1990 йылдан башлап бөгөнгө көнгә тиклем республика майҙандарында, уҡыусыларҙын “Урал батыр” ҡобайырын һөйләүгә арналган бәйгеләрҙә сәсән һүҙе яңы һулыш алды. 2005 йылда баш ҡалабыҙ Өфөлә 1 Асыҡ ҡала сәсәндәренең бәйгеһе уҙғарылыуы ла  оло ҡыуанысҡа әйләнде. Был сара сәсәнлек  сәнғәтен үҫтереүҙән тыш, бөйөк халҡыбыҙҙың  ижад гәүһәрен, тел һәм мәҙәниәт байлығын,  ғөрөф- ғәҙәттәрен, йолаларын  тергеҙеү, һаҡлап алып ҡалыу,ауыҙ- тел ижадын байытыу һәм артабан үҫтереүгә тос  өлөш индерер тип уйлайбыҙ.Бәйгеселәрҙең күп өлөшөн мәктәп йәшендәге балалар тәшкил итте. Тимәк, сәсәндәр мәктәбенең киләсәге йәштәр ҡулында. Сәсәндәрҙең халыҡтар дуҫлығына, баш ҡала тормошона,башҡорт милләте,ер яҙмышына арнап эстәлекле һәм фәһемле ҡобайырҙар ижад итеүҙәре ҡыуандыра.

         010  Шулай уҡ 2008 йылдан башлап баш ҡалала “Урал батыр”эпосын яттан башҡарыу, ижади эштәр бәйгеһе үткәреү ҙә беҙҙең балаларға тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле булыуы тураһында, тарихҡа йөҙ менән боролоуыбыҙ тураһында һөйләй. Йыл һайын республикала “Аҡмулла вариҫтары” исемле йәш сәсәндәр бәйгеһе уҙғарыла.

         Башҡорт теленең дәрәжәһен һәм  кимәлен борон- борондан аманаттай һаҡлап килгән Сәсән ижады, сәсән майҙандары мәңге йәшәргә тейеш. Бының өсөн мәктәп йәшенән үк балаларға ҡобайырҙар ижад итергә,халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына битараф булмаҫҡа өйрәтергә тейешбеҙ. Мәктәптә сәсәндәрҙе үҫтерергә кәрәк. Быға сәсән мәктәптәре ярҙам итергә тейеш. Баланың ижад итеү һәләтен үҫтереп, әйтер теләктәрен аныҡ һәм дөрөҫ итеп еткерә белергә өйрәтергә  кәрәк. Ил, ер яҙмышына, халҡы үткәненә, киләсәге һәм бөгөнгеһенә битараф булмаһындар ине.

      Был программа , “Һәләтле балалар “, “Башҡортостандың яңы гражданын формалаштырыу” программаларына яраҡлаштырып, ошо юҫыҡҡа тап килтереп эшләнде.

      Дәрестә бирелгән менән генә сикләнмәй,түңәрәктә лә был йәһәттән дөрөҫ алып барылған эш төрҙәре, һис шикһеҙ,яҡшы һөҙөмтәләргә килтерер.Бер үк ваҡытта дәрестә теоретик яҡтан бирелгән материалдарҙы практик яҡтан  да нығытып ҡуйырға булышлыҡ итә.Дәрестә шиғыр төҙөлөшө тураһында уҡып ҡына белгәнде, үҙҙәре шиғырҙар, ҡобайырҙар ижад итеп, практик йәһәттән күрәсәк.

«Башҡорт легендалары һәм риүәйәттәре»не түңәрәгенең программаһы
Сәсәндәр мәктәбе программаһы

Маҡтау ҡағыҙҙары

014 008008 009  011 012 013