1 Star2 Stars3 Stars4 Stars5 Stars (21 votes, average: 5,00 out of 5)
Loading...Loading...
DSC_7755Шәжәрә өйрәнә башлау тарихы

       Мин Бөрйән ырыуы вәкилемен.Сығышым Баймаҡ районы Ҡаратал ауылынан.Һәр кем үҙ  нәҫелен белһен өсөн шәжәрә төҙөйбеҙ.Минең шәжәрә менән ҡыҙыҡһыныуым ошолай башланып  китте.Һигеҙенсе класты тамамлағас,Сибай педагогия училищеһына уҡырға индем.Шул саҡта  “Башҡортостан” гәзитендә Миңлеғәле Нәҙерғоловтың минең ҡартатайым тураһында мәҡәләһе  донъя күрҙе.Шуны уҡып,ҡартатайым менән ғорурланыу хисе тыуҙы.Мин күп уйлап тормаҫтан  Миңлеғәле ағайға хат яҙып ебәрҙем.Тиҙҙән яуап килеп төштө.Унда ул беҙгә  килеп,ҡартатайымдың тормошон, ижадын ныҡлап өйрәнгеһе килгәне әйтелгән ине.

         Тиҙҙән ул беҙҙең ауылға килде.Туғандар менән танышып, һөйләшеп, бик күп        материал    алып ҡайтты.Ошонан һуң мин шәжәрәне ныҡлап өйрәнергә    тотондом.Ағайым Азамат Сәлихов  менән республика архивына мөрәжәғәт    итттек.Ҡартатайымдың ҡулъяҙмалары һаҡланған.Ул  хатта ижад эше менән дә    шөғөлләнгән.Шиғырҙары ла табылды.Ҡартатайым заманына күрә  бик уҡымышлы  кеше була.Данлыҡлы Зәйнулла ишандың Троицкиҙағы мәҙрәсәһендә  уҡый.Үҙенең    тормошон, уҡырға барғанда күргән михнәттәре, билдәле кешеләр менән  осрашыуҙары  тураһында “Тәржемәи хәлем” тигән хеҙмәтендә яҙып ҡалдырған.Мин ошо хеҙмәтен  өйрәнеп, Зәки Вәлидигә арнап ҡала үткәргән конференцияла сығыш яһаным.Минең  ҡартатайым Зәки Вәлиди, Аҡмулла,Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдинов һәм башҡа билдәле кешеләр менән осрашып йөрөгән.Үҙемдең фәнни эшемдә ҡартатайым Хәлил хәҙрәт Мөхәмәтрәхимовтың “Тәржемәи хәлендә” һөм Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр” китабындағы оҡшашлыҡтарын ҡараным.Зәки Вәлиди ҙә  үҙенең хеҙмәтендә ҡартатайым һәм башҡа Баймаҡ районының билдәле шәхестәре менән осрашыуы тураһында яҙып үтә.

 Минең  ике ҡартатайым да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, илебеҙгә  имен  әйләнеп ҡайталар.Ҡәртәсәйемдең (атайымдың әсәһе) бер туған ҡустыһы һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған.Нәғим ағай осоусы була, Муса Гәрәев менән бергә уҡыйҙар.Был турала Муса Гәрәевтың “Штурмовики идут в цель” китабында  яҙылған.Минең ҡартатайҙарым, өләсәйҙәрем –үҙҙәре бер тарих ине.Ҡәртәсәйем йөҙ йәшкә етеп вафат булды.Ул бик күп тарих һөйләне.Шуларҙан ишеткәндәрҙе теркәп барҙым.Шулай мин шәжәрәбеҙҙе байытам.

 Ҡартатайымдың тауышы

Аудиозапись: Adobe Flash Player (версия 9 или выше) требуется для воспроизведения этой аудиозаписи. Скачать последнюю версию здесь. К тому же, в Вашем браузере должен быть включен JavaScript.

 

Аудиозапись: Adobe Flash Player (версия 9 или выше) требуется для воспроизведения этой аудиозаписи. Скачать последнюю версию здесь. К тому же, в Вашем браузере должен быть включен JavaScript.

I. Ҡартатайым тураһында сыҡҡан мәҡәләләр:

1. Минең ҡартатайым…(А.И. Игелекова.,  «Киске Өфө» гәзите, 2007 й., 41-се номер)

2. Ғалим, хәҙрәт Хәлил Мөхәммәтрәхим улының тәржемәи хәле

(А.Сәлихов, «Атайсал» гәзите, 1993 й., 10-сы номер)

3. Хәлиулла хәҙрәт (Башҡортостан — әүлиәләр иле. «Китап» нәшриәте)

4. Ауылымдың арҙаҡлы шәхесе (Р. Сәлихова, «Һаҡмар» гәзите, 2007 й., 101-се номер)

5. Хәлиулла хәҙрәт һабаҡтары (Рауил Үтәбай-Кәрими, «Ватандаш» журналы)

Күрәҙәсе (А.Сәлихов, «Ватандаш» журналы)

6. Һаҡмар остазы (Р.Үтәғолов, «Атайсал» гәзите, 2013 й., 17 декабрь)

 

II. Ҡартатайымдан ҡалған ҡомартҡылар

III. Миңлеғәле Нәҙерғоловтан килгән хат

IV. Бөйөк Ватан һуғышында йәрәхәтләнеү тураһында справкалар