Уҡыусыларымдың ҡобайырҙары, шиғырҙары, хикәйәләре ошо китаптарҙа тупланған
005 001
 
Минең районым (Артур Ҡарағолов)
 002 003
 
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә милли рух тәрбиәләү
007  008
 
Уҡыусыларымдың эштәре
001 - копия  004    
Минең  тамырым  

                   Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы

Ҡан- бабалар рухы иңемдә,

Ғәзиз балаларым тирәмдә.

Туғандарҙы бергә туплаған

Оло “Шәжәрә” минең еремдә.

Рәхимова фамилиям-

Ҡартатайымдан килә.

Мөхәммәтрәхим  исемле ул,

Нәҫелде башлап килә.

Дин әһеле, әүлиә лә,

Ул- ғалим, мәғрифәтсе.

Заманында башҡортомдоң

Бик алдынғы кешеһе

Һүнмәһен халҡым рухы,

Тыуып торһон сабыйҙар.

Ныҡлы булһын тамырҙар,

Тарих белһен балалар!

Бөгөн –байрам, оло байрам,

“Шәжәрәгә” кил һин дә!

Милләтемә дан һүҙемде

Әйтеп үтәйем тағы.

 

“Шәжәрә” байрамынан

Ситтә тороп ҡалмаған.

Нәҫеленең ун быуынын

Биш  бармаҡтай һанаған,

Түл йәйҙереп, ғаилә ҡорған,

Балаларын үҫтергән,

Олонан оло тел икәнен

Ейәненә еткергән,

Боронғолар аманатына

Һәр ваҡыт тоғро ҡалған

Ата- бабам рухын тотоп,

Ерен- һыуын һаҡлаған,

Ете ырыу балаларын

Бер урынға туплаған,

Ил яҙмышын хәл иткәндә

Үҙенең һүҙе булған,

Күңеле моңға тулғанда

Ҡулына ҡурай алған

Башҡортто мин маҡтайым,

башҡортто мин данлайым!

 

 

 

Мифтахетдин Аҡмулланың “Инсафлыҡ “ шиғырының дауамы.

Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы

Әҙәмде һин тиргәмә, һис рәнйетмә,

Йөрәккә хәнйәр булыр һүҙҙәр әйтмә.

Күҙ йәштәре ҡарғыш кеүек алама,

Һиңә төшмәһә, төшөр бер саҡ балаңа.

Ауыҙ тултырып маҡтанма- яман ғәҙәт,

Һәр бер әҙәм балаһына  кәрәк әҙәп.

Изге эшеңергә сәс, халыҡ белер,

Күлгә төшһә, һыуҙағы балыҡ белер.

Нәфсеңде тыя белһин, ҡомһоҙланма,

Туйған саҡта аш тултырма ҡорһағыңа.

Икмәктән оло булма бер ваҡыт  та,

Хоҙай башыңа һуғыр, ғәйебең булһа.

Тоҙаҡ ҡорма урмандағы бурһыҡҡа,

Үҙең эләгеп ҡуйырһың был тоҙаҡҡа,

Балаңды шелтәлә, төкөрһә ҡоҙоҡҡа,

Өйрәнмәһен һис бер ваҡыт боҙоҡҡа.

Онотма кендек киҫкән әбейеңде,

Һиңә  ғүмер бүләк иткән әсәйеңде.

Үҙең дә бер көн килеп, ҡартайырһың,

Ғәзиз балаң ҡулына һин ҡалырһың.

Туғандарҙың ҡәҙерен бел тере саҡта,

Әрүахтарҙың ҡәберен бел, рухын һаҡла,

Намыҫ һатып, туғаныңа бәлә һалма,

Ата- әсәң, дуҫтарыңдың өмөтөн аҡла.

Иҫке яңыны һаҡлай- шуны һин бел,

Емеректе ваҡытында  төҙәтә күр.

Етешһеҙлегеңде  һис бер йәшермә,

Тағып ҡуйма ғәйебеңде иптәшеңә.

Һүҙҙәреңде елгә һипмә, серҙе һаҡла,

Мохтаждарҙың үтенесен кире ҡаҡма.

Вәғәҙә биргәс, һүҙҙәреңдән тайпылма,

Вәғәҙә иман, шуныһын да онотма.

Етемгә ярҙам итеү- изге был эш,

Һәр бала ҡурсауҙа булырға  тейеш.

Тәрбиәне биләүҙән башлау мөһимдер-

Инсафлы итеп үҫтереү кәрәктер.

Бала холоҡһоҙлана  туҡмап һуҡҡан һайын,

Ата- әсәһе  үрнәк булһын  һәр көн һайын.

Ҡамсының кәрәге тейер һарайҙағы  малҡайыңа,

Өлгө тәрбиәһе бир һин балаҡайыңа.

Һәр әҙәмдә иман  булған саҡта,

Сафланыр ер, төҙөкләнер күңел.

Һандуғас телен белеү һиңә мотлаҡ түгел,

Тик инсафлы булһын һәр саҡ  беҙҙең  күңел.

 

Рус һәм башҡорт дуҫлығына арналған ҡобайыр.

Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы

Минең әйткәнемде , дуҫтар,

Ишетегеҙ барығыҙ.

Бөгөнгө шат донъяла

Матур йәшәп ҡалығыҙ.

Ямандан ситтә тороғоҙ,

Яҡшынан үрнәк алығыҙ.

Ғәзиз тыуған илебеҙҙе

Күҙ ҡаралай һаҡлағыҙ.

Йәндәй күргән дуҫығыҙҙы

Дошмандарҙан яҡлағыҙ.

Ҡобайырым яҙылды,

2005 йылда.

Башҡортостан илендә,

Матур башҡорт телендә.

Илемде мин һөйәмен

Татыу, дуҫ халҡы өсөн.

Миңә һәм балаларыма

Йәнтөйәк булған өсөн.

Тупрағымда- сәмле тарих,

Тарихты белеү кәрәк.

Беҙгә бәхет килтереүсе

Көндәрҙе иҫләү кәрәк.

Йәшәйбеҙ тиң хоҡуҡ менән,

Гөрләй илем Башҡортостан.

Яҡты көндәр килтереүсе

Батырҙарға мәңге дан!

Көрәш юлын бергә үткән

Башҡорт менән бөйөк рус.

Әлегәсә мәңге бергә,

Туғандарса улар дуҫ!

Ике ҡәрҙәш бергә атлай,

Теләктәре һәр саҡ бер.

Дәрт һәм көс бирҙе уларға

Тарихи ауыр дәүер.

Мәңге һүнмәҫ һәм һүрелмәҫ

Татыулыҡ һәм берҙәмлек.

Ярҙам ҡулы һуҙырҙар

Бер- береһенә үрелеп.

Рус һәм башҡорт яуҙа яуҙаш,

Табындаштар табында

Көрәштеләр ирек өсөн

Ғәрәсәтле яуҙарҙа.

Башҡортомдо әҙме иҙгән,

Нуғай, Себер хандары.

Иректе яулап алғанда

Күпме түккән ҡандарҙы?

Рус батшаһы сәйәсәте-

Буйһондороу халыҡты.

Мөрәжәғәт ҡабул итә,

Кем әйтер һуң хаҡлыҡты?

Ырыуҙар кәңәшләшә

Бергә- бергә йәшәргә.

Илселәр ебәрелә

Ҙур Ҡазан шәһәренә.

Улар күп бүләктәр алып,

Аҡ бей батшаға бара.

Уның рөхсәте менән

Ярлыҡаш алып ҡайта.

Мең биш йөҙ илле етелә

Башҡорт Мәскәүгә килә.

Үҙ ирке менән дуҫтарса

Рус дәүләтенә инә.

Бына шулай гөрләп йәшәй

Рус менән башҡорт бергә.

450 йыл тулыуын

Иҫәп байрам итергә.

Әйтер һүҙем бына шул,

Тарих һөйләй барыһын.

Тик дуҫлыҡта йәшәү кәрәк,

Шунда булыр барыһы.

Урал тауы итәге

Бөтәбеҙгә лә төйәк.

Милләттәр берлеге менән

Мәңге йәшәргә кәрәк!

 

Ҡаһым түрә

Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы

Әйт тиһәгеҙ әйтәйем,

Бөгөн бәйән итәйем.

Көрәштә ҡорбан булған,

Яуҙа үҙен аямаған,

Иң намыҫлы батырҙарҙы,

Ир- азамат батырҙарҙы,

Телгә алып китәйем,

Барыһын данлап китәйем.

Салауат,Ҡаһым түрә,

Аҡшам, Шәғәле Шаҡман-

Яҡты көндәр килтереүсе

Батырҙарға мәңге дан!

Башҡорттарҙың бер ғәййәре

Ҡасим Мырҙашев булған.

Юрматы ырыуының

Айыусы ауылынан.

Уға тиңләшеүсе батыр

Тирә- яҡта булмаған.

Мең һигеҙ йөҙ ун икелә

Француз яуы башлана.

Башҡорттар ғәскәр төҙөп,

Ут эсенә ташлана.

Ҡаһым түрә кеүек ирҙәр

Илдә ҡасып ятмаған.

Яуызлыҡҡа яу асҡан,

Яҡшылыҡҡа юл асҡан.

Ҡаһым атланған юрғаның

Барҙыр маңлай урайы.

Көрәшкә, яуға саҡыра

Моң сығарған  ҡурайы.

Ҡаһым түрә фарман бирә,

Алға уң ҡулын һуҙып.

Парижғаса барҙы башҡорт,

Дошман яуын туҙҙырып.

“Любезники- любизарҙы”

Яуҙарҙа йырлағандар.

Ҡыйыу башҡорт егеттәренң

Йырҙарҙа данлағандар.

Дошмандарҙы тар- мар иткәс,

Илебеҙгә дан килә.

Батша Ҡаһым түрәгә

Полковник чины бирә.

Батшаның бер майоры

Ҡаһымға үс  төшөрә.

Көнсөллөгөнә сыҙамай

Уға ағыу эсерә.

 

Беҙҙең арала ла барҙар

Яуыз уйлы әҙәмдәр.

Уларҙан һаҡ булыу кәрәк,

Бөтһөн бындай әҙәмдәр!

Ҡаһым түрәнең даны

Быуаттар аша килде.

Уның үлмәҫ исеме

Беҙҙең көндәргә етте.

Йәш быуынға әйтер һүҙем-

Батырҙарҙы ҙурлайыҡ.

Илде данға күмеүсе

Ир- азамат булайыҡ!

Ҡаһым түрә фарманын

Оран итеп алайыҡ!

 

 

 

Уҡытыусыларға дан һүҙе

Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы

Әй, хөрмәтле уҡытыусылар,

Маҡтап әйтәм ҡобайыр.

Ҡобайырым- данлы йыр,

Барығыҙ уға лайыҡтыр.

Күңелдәр тулған саҡта

Ҡурай әйтер йола бар.

Уҡытыусыларыбыҙ,

Ихлас һеҙҙең йөҙөгөҙ.

Изгелекле күңелегеҙ,

Оло йөрәклеһегеҙ.

Уҡытыусы, етәксе,

Ғилемгә бай, нурға бай.

Һеҙ яратҡан балалар

Маҡтау һүҙен бағышлай.

Данлы эшең булғанға,

Илгә кәрәк булғанға,

Иман нурын ҡойғанға,

Йортоң нурға сумғанға,

Белем донъяһының бөгөн

Ауыр йөгөн тартҡанға,

Эш хаҡы аҙ булғанда ла,

Мәктәп тиеп янғанға,

Һайлаған һөнәреңә

Һаман тоғро ҡалғанға,

Мәсьәләне  хәл иткәндә

Алтын һүҙең  әйткәнгә,

Ил тормошо  уртаһында

Янып- көйөп торғанға,

Балалар күңеленә

Алтын орлоҡ  һалғанға,

Урып алған уңышыңа

Тағы ла ҡыуанғанға,

Хөрмәтләйбеҙ беҙ һеҙҙе,

Тәбрикләйбеҙ  беҙ  һеҙҙе!

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Зәйнәб Биишеваға арнау.

Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы

Ил инәһен маҡтайым,

Ҡобайыр әйтеп данлайым.

Тел йырсыһы, һүҙ оҫтаһы

Рухына бағышлайым

Телебеҙҙе кем һөйөп,

Сәсәндәрҙәй данлаған?

Телебеҙ тип кем янған?

Зәйнәб апай маҡтаған!

Телебеҙҙе һайрар ҡошҡа-

Һандуғасҡа тиңләгән.

Зәйнәб апай бер икән,

Уға тиңе бар микән?

Телде көйгә һалып көйләп,

Бар ғаләмгә яңғыратҡан,

Сәсән теле менән хатта

Дошманды ҡалтыратҡан.

Уралтау хазинаһындай

Телем бай тип кем әйткән?

Таҡыя ҡурай моңондай

Телем көйлө тип әйткән?

Телебеҙ нәәзәкәтлеген

Бар тарафҡа еткергән.

Үлемһеҙ шиғыры менән

Йөрәктәргә һеңдергән.

Әй, һин бөйөк ил инәһе,

Тел яҙмышын ҡайғырттың,

Һәммәбеҙ күңелендә

Башҡорт телен балҡыттың!

Киләсәк быуынға әйттең:

-Телебеҙҙе һаҡлағыҙ,

Тел йәшәһә,  халҡым йәшәр-

Шуны һис онотмағыҙ!

 

 

Әйт, сәсәнем, һүҙеңде!
 Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы

Сәсән теле- аҡыл һүҙе,

Нәфис һүҙе тьәҫирле.

Уның шифалы һүҙенән

Һауығып китер сирле.

Ныҡ ихтыяр, рух көсө

Тәрбиәләй  сәсән һүҙе.

Әллә компьютер бөгөн

Тәрбиәләй микән беҙҙе?

Телевизор, компьютерҙы

Күрә алмай маңлай  күҙе,

Көнө буйы текләһәң дә

Асылмай күңел күҙе!

Сәсән һүҙе- хаҡ һүҙе

Сиртәлер йөрәк ҡылын.

Сәсәндәр майҙан ҡорһон,

Һүҙе яңғырап торһон!

Компьютер өйрәнәйек,

Телевизорға төшәйек.

Сәсән һүҙен тоторлоҡ

Балалар үҫтерәйек.

Әйт, сәсәнем, һүҙеңде,

Ҡеүәтләйбеҙ һүҙеңде.

Изге теләк әйтегеҙ,

Майҙандарға килегеҙ!